Пльзень крайы

Пльзень крайы (чех Plzeňský kraj) — Чех Республикаһының административ берәмеге, Богемия тарихи өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Административ үҙәге — Пльзень.

Халыҡ

Пльзень крайының халҡы 570 401 кеше тәшкил итә (2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса), был Чехия халҡының 5,47 процентына тигеҙ. Ошо халыҡтың 30 проценты Пльзендә һәм уның биҫтәләрендә йәшәй. Крайҙа аҙ һанлы кеше йәшәгән тораҡ пункттары күп, берҙән-бер ҙур ҡалаһы — администраитв үҙәк булып торған Пльзень, ул Чехияның ҙурлығы буйынса дүртенсе урында торған ҡалаһы (164 000 кеше). Крайҙың ҡалған 46 ҡалаһында 367 000 кеше йәшәй.

Халыҡ тығыҙлығы 1 квадрат километрға 75,44 кеше тәшкил итә (ил буйынса уртаса — 1 квадрат километрҙың халҡы 132,33 кеше). Халыҡтың иң түбән тығыҙлығы Тахов (37,65) һәм Клатови райондарында (44,21).

10 000 кешенән күберәк халыҡ йәшәгән ҡалалар:

  • Пльзень 162 759 кеше
  • Клатовь 22 898 кеше
  • Рокицани 13 743 кеше
  • Тахов 12 528 кеше
  • Сушице 11 520 кеше
  • Домажлице 10 808 кеше

Административ бүленеше

undefined

Край биләмәһе 7 районға бүленә.

Район Майҙан,



км²
Халҡы,[8]



кеше (2011)
Тораҡ пункттар һаны
Домажлице 1123,46 926 59 85
Клатови 1945,69 726 85 94
Пльзень ҡалаһы 261,46 188 045 15
Көньяҡ-Пльзень 990,04 389 62 90
Төньяҡ-Пльзень 1286,79 74 940 98
Рокицани 575,11 458 47 68
Тахов 1378,68 51 917 51

Крайҙа бөтәһе 501 муниципалитет, шул иҫәптән 15 вәкәләтлектәре киң муниципалитет бар.

Иҡтисад

Төп файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары Пльзень тирә яғында эшкәртелә. Бында таш күмер, төҙөлөш ташы, балсыҡ табыла. Богемия урмандарында эзбизташ сығарыла. Төбәктә ауыл хужалығы өсөн уңайлы шарттар бар, крайҙың 50,8 % территорияһында ауыл хужалығы ерҙәре, 39,4 процентында урман тора.

2005 йылдың 31 декабренә ҡарата крайҙа 127 341 предприятие теркәлгән, уларҙың өстән бер өлөшө Пльзень районында урынлашҡан. Халыҡтың 27,3 % етештереү сәнәғәтендә эшләй, уның артынан социаль өлкә, балыҡсылыҡ һәм урман хужалығы предприятиелары килә.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында Эргенсис (Германия) һәм Бавария Урманы — Богемия урманы (Германия һәм Австрия менән берлектә) евро төбәк барлыҡҡа килтерелгән.

Транспорт

Төбәктә юл селтәренең оҙонлоғо 5007 километр тәшкил итә. Автобандар оҙонлоғо 89 километрға тигеҙ. Тимер юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 713 км, шуларҙың 237 километры электрлаштырылған. Пльзень — Нюрнберг һәм Регенсбург — Мюнхен халыҡ-ара транспорт линияһы төбәкте Германия менән бәйләй.

Мәҙәниәт һәм туризм

2002 йылда крайҙа 43 музей, 12 театр, 590 китапхана, шул иҫәптән Пльзень крайының фәнни китапханаһы тора. Пльзень ҡалаһында даими рәүештә төрлө музыка һәм театр фестивалдәре үткәрелә.

Пльзень ҡалаһы туризм үҙәге булып тора, унда күп һанлы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары, зоология һәм ботаника баҡсаһы бар. Богемия урманында ҡышҡы спорт төрҙәре үҫешкән. Төбәктең төньяҡ-көнбайышында Константинови Лазне курорты бар.

Иҫтәлекле урын булып Кладруби монастыры, Швих, Кашперк, Раби, Качерж, Велхартица, Хоршовски-Тын замоктары тора. Ҡаланың Домажлице, Пльзень һәм Хоршовски-Тын ҡалаларының тарихи үҙәктәре тарих ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлана. Шулай уҡ Пльзень тирәһендәге тораҡтарҙа XVII—XVIII быуаттарҙағы ауыл архитектураһын сағылдырған ҡоролмалар һаҡлана. Хановицала (Клатови районы) асыҡ һауалағы ауыл архитектураһы музейы бар.

Төбәктә Богемия урманы милли паркы ҡурсаулығы һәм Ческа урманы (чех Český les), Крживоклатско (чех Křivoklátsko), Славковски (чех Slavkovský les) ландшафт ҡурсаулыҡтары бар. Йылға һыу спорт төрҙәре үҙәге Бероункала урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Кашперске-Гори

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар