Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы

Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы (рус. Подольское медно-цинковое месторождение) — Рәсәйҙең баҡыр-цинк ятҡылығы, Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында урынлашҡан һәм Рәсәйҙә иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе булып тора. Баҡыр һәм цинктан тыш, ятҡылыҡ мәғдәнендә көкөрт, көмөш һәм алтын бар.

Тарихы

1971 йылда асылған, туранан-тура Подольск ауыл эргәһендә урынлашҡан[1].

Ятҡылыҡтарҙың тасуирламаһы

Баҡыр, баҡыр-цинк һәм көкөрт колчеданы мәғдәндәре запастары тикшерелгән. Мәғдән запастары 88,6 миллион тонна тип баһалана, мәғдән есеме 600 метр тәрәнлектә башлана[2].

Ятҡылыҡ операторҙары

Ятҡылыҡты эшкәртеүҙе Урал тау-металлургия компанияһы 2026 йылда башларға ниәтләй.

Ятҡылыҡта ер аҫты руднигын төҙөү 2019 йылда башлана. 800 метр тәрәнлеккә киткән мәғдән сығарыу өсөн ике ауыш шахта һәм кешеләрҙе төшөрөү һәм күтәреү өсөн ике вертикаль шахта төҙөү планлаштырыла[2].

Һылтанмалар