Посадник
Поса́дник (поса́женный — «тәғәйенләнгән») — Урта быуаттарҙағы Рустә вазифалы дәрәжә, ҡала, өлкә менән идара итеү өсөн тәғәйенләнгән кенәз наместнигы йәки граждан хакимиәтендә һайлап ҡуйылған башлыҡ (феодаль республикаларҙа)[1].
Тәүҙә (X быуат һуңы) посадник — кенәз, һуңынан (XII быуат) Боронғо Рус дәүләте составына ингән ерҙәр менән идара итеү өсөн вече тарафынан тәғәйенләнә. Посадник халыҡ вечеһына буйһона һәм кенәз власын контролләй, иҡтисад, идара итеү һәм хоҡуҡ өлкәһендә билдәле вәкәләттәргә эйә була: посад ғәскәре менән етәкселек итә, йәмғиәт тәртибен һаҡлай һәм халыҡ араһындағы бәхәстәрҙе хәл итә, шулай уҡ дипломатик договорҙарға ҡул ҡуя, суд эшмәкәрлеге, һалымдар йыйыу менән шөғөлләнә[2].
Новгородта, Псковта һәм башҡа вече булған ҡалаларҙа посадник вазифаһы яйлап кенәз власынан айырымланып, муниципаль вазифаға әйләнә. XII быуаттан һуң урындарҙа кенәз вәкилдәре наместник тип атала башлай[2].
Этимологияһы һәм мәғәнәһе
Беренсе тапҡыр «посадник» һүҙе 977 йылда яҙылған «Повесть временных лет» яҙмаһында телгә алына:
«В год 6485 (977). Пошёл Ярополк на брата своего Олега в Деревскую землю… Когда Владимир в Новгороде услышал, что Ярополк убил Олега, то испугался и бежал за море. А Ярополк посадил своих посадников[lower-alpha 1] в Новгороде и владел один Русскою землёю»[3].
Иртә этапта, мәҫәлән, Бөйөк Новгородта, әгәр кәрәкле кандидатура табылмаһа, ҡалаға кенәз урынына ебәрелгән Киев наместниктарын шулай атағандар[2]. Шундай посадниктарға Добрыня (980) — Владимир Святославичтың ағаһы, Добрыняның улы Константинды (1018)[4], Остромирҙы индерергә була. Был осорҙа киңерәк мәғәнәлә посадниктар тип Новгород кенәздәре лә атала. Мәҫәлән, йылъяҙмаларҙа Ярослав Мудрыйҙың атаһына Киевҡа яһаҡ түләүҙән баш тартыуы уның посадниклығына бәйләп һүрәтләнә:
«…и тако даяху вси посадници[lower-alpha 2] новгородьстии, а Ярослав сего не даяше к Кыеву, отцу своему»[5].
Һуңыраҡ «посадник» термины Новгород республикаһында (1136 йылдан — Новгородта, 1308 йылдан — Псковта) һайланып ҡуйылған юғары дәүләт вазифаһын аңлата[6].
Бынан тыш, посадник тип иртә осорҙа (XIII быуатҡа тиклем) Киев, Смоленск һ.б. кенәзлектәрҙәге өлкән туғандары тарафынан буйһоноулы ҡалаларға «ултыртылған» кенәздәр атала[2].
Тарихы
Посадниктар вечела абруйлы бояр ғаиләләренән һайлана. Новгородта Онцифор Лукинич реформаһы буйынса (1354), бер посадник урынына ғүмерлеккә һайланған алтау индерелә («ҡарт посадниктар»), улар араһынан йыл һайын баш — дәрәжәле — пасадник һайлана. 1416—1417 йылдарҙағы реформа менән пасадниктар һаны өс тапҡырға арттырыла, ә дәрәжәле пасадниктар ярты йылға бер һайлана. Яйлап «посадник» һәм «ҡарт посадник» атамалары үҙенсәлекле, ғүмерлеккә бирелгән титулға әүерелә[2].
«Дәрәжәле» атамаһының килеп сығышы тураһында ғалим, Киев һәм Галица митрополиты Евгений (Болховитинов) 1831 йылда былай тип яҙа:
«Посадники степенные[lower-alpha 3], так названные, вероятно, потому, что при избрании на вече возводили и сажали их на возвышенное место со степенями, с коего они и суд производили. Сие можно заключить из двух случаев, упоминаемых в Псковской летописи: „Псковичи, будучи недовольны своим князем… на вече спихнули его со степени и выгнали… Присланный в Псков от великого князя Московского дьяк… на вече объявив Указ Великокняжеский, сел на степени…“»[7]
Новгородта посадник һайлау ғәҙәте Владимир Мономах вафат булғас, йылъяҙмалар буйынса: «посадиша на столе Всеволода новгородци» − 1125 йылда башлана[8]. Һуңынан посадник һайлау новгородтар бик ғорурланған даими хоҡуҡҡа әйләнә. Вазифаның кенәз һарайында түгел, ә вече майҙанында бирелеүенән сығып, уның йөкмәткеһе лә үҙгәрә, сөнки посадник кенәздең Новгород алдындағы вәкиле һәм мәнфәғәтен күҙәтеүсенән кенәз алдында Новгородтың вәкиле һәм мәнфәғәтен күҙәтеүсегә әйләнә[2].
1478 йылда Новгород республикаһын Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә буйһондорғандан һуң, Новгородта посадниктар, вече кеүек үк, бөтөрөлә, ә вече ҡыңғырауҙары алынып Мәскәүгә оҙатыла. Һуңыраҡ бындай хәл Псковта ла күҙәтелә (1510). Псков республикаһында 1308 йылдан 1510 йылға тиклем 78 посадник билдәле була. 1348 йылға тиклем улар Новгородтан тәғәйенләнә, һуңынан Псковҡа автономия бирелә[2][9].
Дөйөм алғанда, XIII—XV быуаттарҙа «посадник» төшөнсәһенең һәм вазифаһының үҙгәреүе вече булған ҡалаларҙа бойондороҡһоҙ республика идаралығының институтҡа әйләнеүен һәм уларҙа төрлө сәйәси көстәрҙең балансы һаҡланыуҙың көсәйеүен сағылдыра. Новгород һәм Псков республикаларының Рус дәүләте составына инеүенән һуң посадник вазифаһы бөтөрөлә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Кенәз
Әҙәбиәт
- Дубровин Г. Е. Петрятин двор и проблема раннего посадничества в Новгороде // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2007. — Т. 1, № 27. — С. 45–59.
- Янин В. Л. Княгиня Ольга и проблема становления Новгорода. — М., 2004.
- Янин В. Л. Новгородская феодальная вотчина. Историко-генеалогическое исследование. — М., 1981.
- Янин В. Л., Зализняк А. А. Новгородские грамоты на бересте (из раскопок 1984–1989 гг.). — М., 1993.
- Янин В. Л. Новгородские посадники. — М., 1962.
- Янин В. Л. Новгородские посадники. — 2-е изд., перераб. и доп. — М., 2003.
- Янин В. Л. Развитие системы высших магистратов Новгорода // Янин В. Л. Новгородские акты XII—XV вв. Хронологический комментарий. — М., 1991.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Посадник // Большой толковый словарь русского языка / гл. ред. С. А. Кузнецов. — СПб.: Норинт, 1998.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Посадник. Большая российская энциклопедия 2004–2017. old.bigenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
- ↑ Повесть временных лет. Древнерусская литература. old-russian.chat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
- ↑ Великий Новгород. История и культура IX–XVII веков. Энциклопедический словарь / под ред. В. Л. Янина. — СПб.: Нестор-История, 2007.
- ↑ В лето [6505] (997) — [6532] (1024). Лаврентьевская летопись. Iзборник. litopys.org.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023. Архивировано из оригинала 22 февраль 2008 года.
- ↑ Общественный и государственный строй Новгорода и Пскова (вече, господа, посадник, тысяцкий, князь, архиепископ). Инфопедия. infopedia.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
- ↑ Болховитинов Е. А. Исторія княжества псковскаго. Часть I. — Кіевъ: Въ Типографіи Кіево-Печорской Лавры, 1831. — С. 37.
- ↑ Фроянов И. Я. Матежный Новгород. Очерки истории государственности, социальной и политической борьбы конца ХІ — начала ХІІІ столетия. — СПб.: Издательство С.-Петербургского университета, 1992. — С. 189. — 280 с. — ISBN 5-288-00919-8.
- ↑ Посадник. Мегаэнциклопедия Кирилла и Мефодия. megabook.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
Сығанаҡтар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |