Простоквашинола ҡыш (йәнһүрәт)
Простоквашинола ҡыш | |
---|---|
Зима в Простоквашино | |
Жанр | ғаилә өсөн фильм, комедия |
Режиссёр | Владимир Попов |
Нигеҙе | «Фёдор ағай, эт һәм бесәй» |
Сценарий авторы |
Эдуард Успенский |
Төп ролдәрҙә |
|
Оператор | Кабул Расулов |
Композитор | Евгений Крылатов |
Художник-постановщик | Аркадий Соломонович Шер[d] и Александр Васильевич Винокуров[d] |
Кинокомпания | Союзмультфильм[d] |
Оҙайлығы | 15 мин. 48 сек. |
Ил |
![]() |
Тел | рус теле |
Йыл | 1984 |
Предыдущий фильм | Каникулы в Простоквашино[d] |
Следующий фильм | Весна в Простоквашино[d] |
IMDb | 1318414 |
Простоквашинола ҡыш (рус. Зима в Простоквашино) — Простоквашино тураһындағы трилогиянан 1984 йылда төшөрөлгән өсөнсө совет йәнһүрәте. Әммә шул уҡ ваҡытта «Фёдор ағай, эт һәм бесәй» повесына нигеҙләнмәгән: Эдуард Успенский уның сценарийын нулдән яҙа һәм 1997 йылда ғына уны ныҡ киңәйтелгән сюжетлы шул уҡ исемдәге повесҡа индерә.
Сюжеты
Яңы йыл алдынан Шарик менән Матроскин талашып китә һәм, ҡышҡылыҡҡа Шарик быйма урынына модалы кеда һатып алғанға, бер-береһе менән һөйләшмәйҙәр. Хәҙер уларҙың икәүһенә бер пар быйма. Уларға аралашырға хат ташыусы Печкин ярҙам итә, ул өйҙөң бер мөйөшөнән икенсе мөйөшөнә телеграммалар тапшыра.
Фёдор ағай менән Атаһы Простоквашиноға барырға теләйҙәр, ләкин Әсәһе йәнә ҡаршы, сөнки ул яңы йыл кисәһе "Зәңгәр ут"та йырларға тейеш, һәм сығыш яһағандан һуң, уның киске күлдәктә бер нисек тә ауылға электричкала ҡайтҡыһы килмәй. Шул арала Матроскин Фёдор ағайҙың килеүенә әҙерләнә һәм телеграммала Шариктан, урманға барып, шыршы алып ҡайтырға һорай, ләкин Шарик экологик ҡараштарына таянып баш тарта, шуға яңы йыл кисәһен улар мейескә ут яғылмаған өйҙә һәм шыршыһыҙ ҡаршы ала.
Простоквашинонан хат ташыусы Печкиндан хәүефле «һөйләүсе хат» (мөлкәт бүлеү башланасағы тураһында хәбәр була) — посылка йәшнигендә сәүкә балаһын алғас, Фёдор ағай менән Атай ауылға әсәйһеҙ барырға йыйыналар. Уларҙың «Запорожец» машиналары ҡар баҫҡан юлда бата һәм Простоквашино ауылындағы йортта йәшәүселәргә машинаны ҡарҙан тартып сығарырға тура килә. Шулай ҙа ҡунаҡтарҙың килеүенә өйҙә мейескә ут яғылған була, Шарик — байрам бәлеше бешергә тотона, Фёдор ағай — йортто яңы йыл гирляндалары менән биҙәй, Атай — телевизорҙы йүнәтеү менән булыша, ә Матроскин барыһының да күңелендәрен гитарала йырлап аса.
Матроскин, машинаны ҡарҙан тартып сығарғанда, Шарик менән яраштыҡ, ти, сөнки, «берлектәге хеҙмәт берләштерә», тип хәбәр итә. Шатланған Шарик Матроскинды үбеп ала. Хат ташыусы Печкин ғәфү үтенә һәм китергә йыйына, сөнки телевизорҙы «өҫтәлдең төп биҙәге» тип иҫәпләй, әммә ул эшләмәй — шуға күрә Печкин Яңы йылды үҙ өйөндә билдәләүҙе өҫтөн күрә. Әммә Фёдор ағай һәм Атай телевизорҙы мотлаҡ йүнәтәбеҙ тип вәғәҙәләй, сөнки башҡаса булмай —оҙаҡламай Әсәй Яңы йыл «Зәңгәр ут»-ында сығыш яһаясаҡ. Телевизорҙы йүнәтәләр, шыршыны киҫмәҫкә булалар, ә ихатала үҫеп ултырғанды сарҙаҡтан иҫке әйберҙәр менән биҙәйҙәр.
Хат ташыусы Печкин телевизорҙа Әсәйҙең сығышы башланыуын күрә, ләкин телевизорҙа тауыштың эшләмәүе асыҡлана. Геройҙар тауышһыҙ сығыш ҡарайҙар һәм ҡапыл ғына Әсәйҙең йырлауын ишетәләр. Концерт яҙҙырылған була, ә Әсәй Простоквашиноға саңғыла килеп еткән икән. Геройҙар шатланалар, Фёдор ағай менән Матроскин Әсәй эргәһенә йүгереп баралар, һәм ул, Простоквашиноһыҙ йәшәй алмауын иҫбатлап, дуҫтарын һәм ғаиләһен йылы сәләмләй.
Төшөрөүселәр
Сценарий авторы | Эдуард Успенский |
Кинорежиссёр | Владимир Попов |
Ҡуйыусы-рәссамдар | Аркадий Шер, Александр Винокуров |
Композитор | Евгений Крылатов |
Кинооператор | Кабул Расулов |
Тауыш операторы | Борис Фильчиков |
Йырҙар һүҙҙәренең авторҙары | Юрий Энтин, Эдуард Успенский |
Йырлайҙар | Валентина Толкунова, Олег Табаков |
Рәссам-мультипликаторҙар | Эльвира Маслова, Марина Рогова, Галина Зеброва, Владимир Вышегородцев, Юрий Мещеряков |
Ролдәрҙе уҡынылар |
|
Рәссамдар | Сергей Маракасов, Пётр Коробаев |
Режиссёр ассистенты | Зинаида Плеханова |
Монтажёр | Маргарита Михеева |
Мөхәррир | Раиса Фричинская |
Төшөрөүсе группаның директоры | Любовь Бутырина |
Музыка һәм йырҙар
Матроскиндың «Ә мин йышыраҡ күрәм» йырын — Олег Табаков, «Әгәр ҙә ҡыш булмаһа» йырын Валентина Толкунова башҡара. Был йырҙарҙы «Мелодия» фирмаһы балалар пластинкаларында, магнит таҫмаларында һәм «Свема» аудиокассеталарында йәнһүрәттәрҙән йырҙар йыйынтығында сығарҙы.
Һылтанмалар
- «Не надо бояться быть глупым, смешным, нелепым». Сергей Капков. Интервью с Олегом Табаковым, газета «Газета»,15.08.2005
- Сергей Капков АРКАДИЙ ШЕР: «В третьей серии я совсем обнаглел — кота сделал ещё толще и надел на него шапку», «ГАЗЕТА» 20 сентября 2004 г.