П. А. Соловьёв исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты
П.А.Соловьёв исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты (П.А.Соловьёв исемендәге РГАТУ) — Рыбинск ҡалаһында юғары уҡыу йорто.
Тарихы
1932 йылда С. Орджоникидзе исемендәге Рыбинск авиация институты асыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башҡа стратегик объекттар исемлегендә Өфө ҡалаһына эвакуациялана, унда күпмелер ваҡыт С. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты тип үҙгәртелә.
Рыбинскта яңы авиация юғары уҡыу йорто 1955 йылдың 25 майында механика һәм авиация-технологияһы факультеты менән киске авиация технология институты тип асыла. 1964 йылда Рыбинск киске авиация технология институты уҡытыуҙың көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу формалары менән институт итеп үҙгәртелә. 1976 йылда авиамеханик, радиотехник һәм авиаметаллургия факультеттары ойошторола. 1994 йылда институтҡа академия статусы бирелә. 2011 йылдың 14 июлендә юғары уҡыу йортона университет статусы бирелә[3], 2011 йылдың 11 ноябрендә юғары уҡыу йорто П.А.Соловьев исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты тип үҙгәртелә[4].
Хәҙерге торошо
Хәҙерге ваҡытта 6,5 мең студент уҡый, 240 штаттағы уҡытыусылар, шул иҫәптән 138 60 фән кандидаты һәм фән докторы эшләй.
Рейтингтары
2014 йылда "Эксперт РА" агентлығы, вузды Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерә, унда уға "Е" рейтинг класы бирелә[5].
| Рейтинг исеме | Йыл | Урын |
|---|---|---|
| «4 International Colleges & Universities», Рәсәй вуздары рейтингы | 2013 | 390 |
| «Webometrics», Рәсәй вуздары рейтингы | 2012 | 734 |
| «Webometrics», донъя вуздары рейтингы | 2012 | 15051 |
Факультеттары
- Авиадвигателдәр төҙөү факультеты.
- Авиатехнология факультеты.
- Радиоэлектроника һәм информатика факультеты.
- Социаль-иҡтисади факультет.
- Ситтән тороп уҡыу факультеты.
- Әҙерлек курстары.
- Рыбинск авиация колледжы.
Китапхана
Университеттың китапханаһы 1955 йылда ойоштолрола, фондта 660 меңдән ашыу китап иҫәпләнә. Улар - уҡыу, ғилми әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, норматив - техник документтар, диссертация, юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәре тураһында отчёттар, һынлы сәнғәт әҙәбиәте, электрон баҫмалар (электрон уҡыу баҫмалары, университет уҡытыусылары хеҙмәттәре өсөн тулы текстар).
Филиалдары
Тутаев һәм Гаврилов-Ямский филиалдары, Ярославлдә һәм Пошехоньела вәкиллектәр, аспирантура һәм докторантура бар.
Билдәле тамамлаусылары
- См.: Выпускники РГАТА
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Приказ Федеральной службы по надзору в сфере образования и науки № 1785 от 28.07.2011(недоступная ссылка)
- ↑ Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации № 2660 от 11 ноября 2011
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
Һылтанмалар
- Официальный сайт РГАТУ 2019 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.