Хәбибуллин Радик Ғәбдулла улы
Хәбибуллин Радик Ғәбдулла улы (рус. Хабибуллин Радик Габдуллович; 5 декабрь 1934 йыл — 7 март 2017 йыл) — музыкант, пианист, педагог. 1960—2004 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1991 —2015 йылдарҙа — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
Биографияһы
Радик Ғәбдулла улы Хәбибуллин 1934 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Йырсы Әсмә Шайморатованың (1910—1992) улы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
• «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
• Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты
Иҫкәрмәләр
- ↑ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». ХАБИБУЛЛИН Радик Габдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». ХАБИБУЛЛИН Радик Габдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2024)
• История Башкирской государственной филармонии. 60-е годы. Сайт газеты «Вечерняя Уфа». 26 мая 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2024)
• В Уфе скончался народный артист Башкортостана, выдающийся концертмейстер Радик Хабибуллин. ИА Башинформ, 7 марта 2017 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2024)
• В Уфе скончался народный артист Башкортостана, выдающийся концертмейстер Радик Хабибуллин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2024)