Рамазанов Рамазан Омарович
Рамазанов Рамазан Омарович (27 октябрь 1959 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены (2020) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Рамазан Омарович Рамазанов 1959 йылдың 27 октябрендә Дағстан АССР-ының Кухар районы Квардал ауылында тыуа. Юғары белемде Дағстан дәүләт университетында алып, юрист һөнәренә эйә була (1987)[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Кухар районының «Гельхенский» совхозында башлай.
1980—1982 йылдарҙа Совет Армияһы сафында, Байконур космодромында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[2]. 1982—2000 йылдарҙа Дағстан Республикаһы Эске эштәр министрлығында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе, махсус мөһим эштәр буйынса тәфтишсе булып эшләй.
2001—2019 йылдарҙа «АНЖР», «Метойл» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәрҙең үҫеш буйынса директоры.
2021 йылдан «Нефтестрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм үҫеш буйынса директоры[1][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 5-6-сы саҡырылыш депутаты. 5-се саҡырылышта «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан үтә[3]. 2023 йылдан парламенттың 7-се саҡырылышы депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән өс ул үҫтерә[1].