Абдулатипов Рамазан Гаджимурад улы
Биографияһы
Рамаза́н Гаджимура́д улы Абдулати́пов 1946 йылдың 4 авгусында Дағстан АССР-ының таулы Тлярата районында, Гебгудта ауылында тыуған.
1963—1966 йылдарҙа Буйнаҡ медицина техникумында уҡый.
1966—1970 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, 1970—1975 йылда Дағстан дәүләт университетында уҡый.
1975—1978 йылдарҙа Санкт-Петербург дәүләт университетының аспирантураһында уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1978—1987 йылдарҙа Мурманск дәүләт техник университетында уҡыта.
1987—1988 йылдарҙа Дағстан педагогия университеты фәлсәфә кафедраһы мөдире.
1988—1990 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты консультанты.
1990—1993 йылдарҙа Рәсәй Юғары Советының Милләттәр Советы рәйесе.
1993—1995 йылдарҙа Федерация Советы ағзаһы.
1995—1997 йылдарҙа Дәүләт Думаһы депутаты.
1997—1998 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары.
1998—1999 йылдарҙа Рәсәй милли сәйәсәте министры.
2000—2005 йылдарҙа Һарытау өлкәһенән Федерация Советы ағзаһы.
2005—2009 йылдарҙа Рәсәйҙең Тажикстандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.
2009—2011 йылдарҙа Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты ректоры.
2011—2013 йылдарҙа Дәүләт Думаһы депутаты.
2013—2017 йылдарҙа Дағстан Президенты (Башлығы).
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|