Ресен һарайы

Ресен һарайы (макед. Сарај ) — Төньяҡ Македонияның Ресен ҡалаһында урынлашҡан неоклассицизм архитектура стилендә төҙөлгән истәлекле урын.[1] Һарай 19 быуат аҙағанда ерле ғосманлы бейе Әхмәт Ниязи бей Реснели тарафынан төҙөлгән. Бина үҙенең архитектураһы яғынан Төньяҡ Македонияла уникаль булып тора. Һарайҙа хәҙер музей, китапхана һәм картиналар галереяһы урынлашҡан.[2][3] Ресенды ерле халҡы бинаны төрөксә «Һарай» тип йөрөтә.

Дөйөм мәғлүмәт

Ресен һарайы неоклассик архитектура стилендә төҙөлгән. Бинаның урта өлөшөндәге 35 метрлыҡ башня симетрия күсәре булып тора, уның тирәләй ике «ҡанат» йәйелгән. Бинаның подвалы, төп ҡаты, икенсе ҡаты, мансард ҡаты бар. Бөтә биналырҙың дөйөм майҙаны 7800 м². Бинаның тышҡы стеналарының ҡалынлығы 60-тан 105 сантиметрға етә. Фасад бик күп скульптары деталдәре менән биҙәлгән. Бинаның түбәһе тәүҙә ағастан булған, 1982 йылда реконструкция ваҡытында профилле металға алыштырылған.

Тарихы

undefined

19 быуат аҙағанда 20 быуат башында Әхмәт Ниязи бей Реснели йәш төрөктәр революциянерҙары ағзаһы булған. Версаль рәсеме төшөрөлгән открытка алғандан һуң Ниязи бей үҙенә ошондай стильдәге милек төҙөргә ҡарар итә, тигән фараз бар.[2][2][4][5]

Ресен һарайы төҙөлөшө 1905 йылда башлана. 1909 йылда йәш төрөктәр революцияһынан һуң бинаның төшҡы күренеше төҙөлә. Ҡалған эштәр, шул иҫәптән бинаның эске биҙәү эштәре Балҡан һуғыштары һәм Беренсе донъя һуғышынан һуң 1922 йылда ғына тамамлана. Әхмәт Ниязи бей 1912 йылда Дурреста билдәһеҙ сәбәптән үлә, шуға күрә төҙөлгән милеген күрә алмай.[4][6][7]

Балҡан һуғыштары тамамланған бина төрлө ойошма ҡарамағында төрлө фунция өсөн файҙаланыла. Тәүҙә ул Сербия короллеге ҡарамағында, артабан Югославия короллеге ҡарамағында урындағы администрация файҙаланыуында була. Икенсе донъя һуғышы йылдарында бина оккупация көсәте тарафынан файҙаланыла. Һуғыштан һуң Ресен ҡала мэрияһы урынлаша, артабан китапхана итеп файҙаланыла. Музей һәм картиналар галереяһы эшләй башлай.[4] Төҙөнгәндәр бирле бинаның түбәһе ике тапҡыр, 1982 йылда һәм 2005 йылда ремонтлана.[8]

Хәҙерге файҙаланыу

Ресен һарайында бөгөн «Dragi Tozija House of Culture», «Resen Ceramic Colony», «Keraca Visulčeva Gallery» кеүек мәҙәни институттар урынлашҡан.

"The Dragi Tozija House of Culture" мәҙәниәт йорто Скопьелағы Македония музейы филиалы булып тора. Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ пьессалар, әҙәби уҡыуҙар һәм башҡа мәҙәни саралар үткәрелә.[2][3][9]

Бинала урынлашҡан «The Resen Ceramic Colony» керамикасы музейы, шулай уҡ ЮНЕСКО Халыҡ-ара керамика академияһы ағзаһы булып тора.[2][10]

Македония рәссамы Кераки Висульчеваның һәм башҡа рәссамдарҙың эштәре галереяла күрһәтелә.

Китапхана 20 быуаттың 40-сы йылдарынан уҡ эшләй. Бөгөн 31000 дана ҡитап иҫәпләнә.

Ресен һарайы панорамаһы
Ресен һарайы панорамаһы

Иҫкәрмәләр

  1. Културно Наследство. Resen Municipality. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2011. Архивировано 2 март 2012 года.
  2. 1 2 3 4 5 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Grcev42 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. 1 2 Зграда Сарај. Дом на култура Драги Тозија - Ресен. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2011. Архивировано 2 апрель 2012 года. 2012 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 Фотографот Цуле отиде по трагите на грофицата Рене. ПРИКАЗНА ЗА САРАЈОТ И ЉУБОВТА НА ДУЉАНОВИ ОД РЕСЕН. Вечер. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2011. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
  5. Historycal building: "Ahmed Niyazi bey's Saraj" - Resen. The Region of Prespa: Natural, Historical and Cultural sights. Kit-Jan Company. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2011. 2012 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  6. ГРАДБА НА САРАЈОТ. САРАЈ. ИИ , ЦДНН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2011. 2012 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  7. Grčev, Kokan. «Ресенскиот "Сарај" - Историски и стилски контекст». Le Folklore macédonien 30 (60-61): 43. Проверено 2002.
  8. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Utrinski Vesnik төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  9. Museum of Macedonia (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2011.
  10. members of the academy. International Academy of Ceramics. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2011. 2014 йылдың 31 май көнөндә архивланған.

Категориялар