Республика политехник интернат-лицейы
Республика политехник интернат-лицейы (РПЛИ)— Башҡортостандың Күмертау ҡалаһындағы политехника йүнәлешендәге интернатлы уҡыу йорто.
Тарихы
Республика политехник интернат-лицейы (РПЛИ) 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов башланғысы менән Күмертауҙағы 33-сө ҡала профессиональ техник училищеһы базаһында ойошторолған уҡыу йорто. Ул тиҙ арала үҙгәртеп ҡоролдо. Лицей-интернат эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — республиканың көньяҡ райондарының һәләтле егеттәрен юғары уҡыу йортона йүнәлешле әҙерләү. Һуңғы йылдарҙа бында ҡыҙҙар ҙа уҡый. Белем биреүҙең төп йүнәлеше — политехника. Лицейҙы тамамлаусылар артабан Республиканың һәм Рәсәйҙең техник юғары уҡыу йорттарында махсус һөнәргә эйә булған белгестәр булып сыға.
Алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылар
Уҡытыусылар
- Әбхәлимова Зилә Салауат ҡыҙы - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы, Стәрлетамак педагогия институтын тамамлаған.
- Борисова Лира Ғаязетдин ҡыҙы - Математика уҡытыусыһы, юғары категориялы
- Кәримова Гүзәлиә Баян ҡыҙы - инглиз теле уҡытыусыһы
- Хәлилов Азат Насретдин улы - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы, Башҡорт дәүләт унивеситетын тамамлаған (1995)
Директорҙар
- Әмәкәсев Юлай Камил улы (1997—2002).
- Әмәкәсева Лилиә Фаил ҡыҙы (2002—2010).
- Баянов Рөстәм Сәлим улы (2010—2012).
- Ғөбәйҙуллина Римма Айрат ҡыҙы, 2012-2018
- Сабанчин Венер Ришат улы 2020
Сығанаҡ
- Күмертау порталы(недоступная ссылка) (рус.)
- Одарённые дети — будущее России. Энциклопедия.(недоступная ссылка) (рус.)