Ртвели
Ртветли үткәреү ваҡыты
Байрамды үткәреү көнө юҡ, был байрам һәр төбәктә виноград уңышын йыйыу ваҡытына бәйле. Ғәҙәттә көнсығыш Грузияла сентябрь аҙағында,көнбайыш Грузияла октябрь уртаһында була. Һалҡынса Рача-Лечхуми крайында иртәрәк башлана, Кахерияла ҡырауҙар башланғанда ғына үткәрелә. Ни тиклем йәй эҫе һәм ҡорораҡ була, шул тиклем виноград уңышын йыйыу иртәрәк башлана. Мәҫәлән, 2010 йылдың ҡоро йәйенән һуң виноград уңышын йыйыу ике аҙнаға иртәрәк башланды.[2]
Байрам тарихы
Ртветли – ғаилә байрамы. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, байрамға шарап эшләүсенең бөтә туғандары килә. Иртәнән кискә тиклем уңыш йыйалар. Виноградты ҙур чандарға һалып аяҡ менән, йәки махсус иҙгестәрҙә иҙәләр. Иҙелгән виноград һуты ергә күмелгән көршәктәргә ағып төшә. Был көршәктәр кверви тип атала. Башта көршәктәрҙе былтырғы шараптан таҙарталар. Яңы һығылған виноград һутын көршәктәрҙә әсетергә ҡалдыралар. Бер нисә көн дауам иткән байрам барышында табын ҡоралар, халыҡ йырҙарын, халыҡ бейеүҙәрен бейейҙәр, күп тауышла йырҙар йырлауҙар. Ртвели байрамында былтырғы шарапты эсәләр, был яңы шарап өсөн һауыттарҙы бушатыу йолаһы. Байрам бер нисә көн, виноград уңышын йыйып бөткәнсе дауам итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Грузия шарап етештереү