Рәсәйҙә Информатика көнө

Рәсәйҙә Информатика көнө — 1998 йылдан башлап йыл һайын 4 декабрҙә билдәләнә һәм Исаак Брук менән Бәшир Рәмиевтың цифрлы электрон иҫәпләү машинаһын теркәүҙең 50 йыллығына бағышлана[1].

undefined

Тарихы

Рәсәй информатикаһының тыуған көнө тип 1948 йылдың 4 декабре һанала. Ул СССР-ҙа совет ғалимы Александр Харкевич тәҡдим иткән «информатика» терминынан 14 йыл алда барлыҡҡа килә[2]. Бөйөк Британияла был термин 1957 йылда индерелә, ә Германила — 1959 йылда[3].

1948 йылдың 4 декабрендә СССР Министрҙар советының Дәүләт комитеты ике уйлап табыусы — Исаак Брук менән Бәшир Рәмиев эшләгән цифрлы электрон иҫәпләү машинаһын теркәй. Авторҙарға бирелгән 10475 һанлы авторлыҡ танытмаһы СССР-ҙа ошо өлкәлә теркәлгән беренсе уйлап табыу документы була[3].

Проект ватан иҫәпләү техникаһы тарихында беренсе булып тора һәм уның маҡсаты ауыл хужалығына алдынғы техниканы индереү була. Брук менән Рәмиев бергә эшләгән бер йылда ЭВМ-дың төрлө узелдарын уйлап табыуға 50-нән ашыу ғариза бирергә өлгөрә. Һуңыраҡ Рәмиев был эшләнмәләрҙе СССР снәғәт производствоһына индерелгән беренсе «Стрела» электрон иҫәпләү машинаһын эшләүҙә ҡуллана СССР[1].

Беренсе Рәсәй электрон-цифрлы Монтаж М-1 иҫәпләү машинаһын монтажлау 1950 йылдың октябрендә башлана. 1951 йылдың беренсе яртыһында ҡоролманы автоном көйләү, уларҙы электр һәм функционал интеграциялау, шулай уҡ машинаны тотош көйләү эштәре башҡарыла. 1951 йылдың авгусына М-1 машинаһы автоматик булмаған режимды барлыҡ төп арифметик операцияларҙы башҡара ала[4].

undefined

Машинаны комплекслы көйләү 1951 йыл һуңына тулыһынса тамамлана. М-1 бер данала ғына эшләнә[4].

Ҡыҙыҡлы факттар

• 1888 йыл — Герман Холлерит беренсе иң ябай иҫәпләү машинаһын (табуляр) эшләй[5];
• 1957 йыл — Карл Штейнбух беренсе тапҡыр «информатика» терминын индерә[6];
• 1969 йыл — Интернет селтәренең прототибы булған ARPANET барлыҡҡа килә[7];
• 1985 йыл — СССР-ҙа информатика мәктәптәрҙә мотлаҡ предметҡа әүерелә[8];
• Информатика өлкәһендәге иң юғары ҡаҙаныш — Тьюринг премияһы.

Хәҙерге ваҡытта

IEEE компьютер йәмғиәтенең (IEEE Computer Society) Рәсәй дәүләт ярҙамсы комитеты СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә информатика тарихына арналған киң тикшеренеү үткәрә. Уның барышында ҙур күләмдә документтар анализлана, беренсе совет электрон-цифрлы иҫәпләү машиналары эшләнеүенең тере шаһиттары менән сорашыуҙар уҙғарыла. Һөҙөмтәлә төп ваҡиғаларҙың хронологияһы тергеҙелә.

Алынған һәҙәмтәләр нигеҙендә «Computers in Russia: Science, Education, and Industry» тип исемләнгән мҡәлә яҙыла[9]. В 1998 году, в честь 50-летия со дня регистрации машины Брука и Рамеева, было предложено отмечать 4 декабря как День российской информатики[1].

Мәғлүмәт-иҫәпләү саралары Рәсәйҙә лә, тотош донъяла ла ҙур темптар менән индерелә. Информатика, фән, ҡуллана тикшеренеүҙәр һәм уҡыу дисциплинаһы булараҡ, йәмғиәт үҫешендә ҙур роль уйнай. Ул мәғлүмәт системалары булдырыу һәм ҡулланыу, мәғлүмәттәрҙе анализлау, программа тәьминәтен эшләү һәм мәғлүмәт технологиялары менән бәйле башҡа аспекттарҙы эшләү өсөн нигеҙ булып тора. Информатиканың үҫеше төрлө тармаҡтарҙа һөҙөмтәлелекте күтәреү һәм эш сифатын яҡшыртыуға ярҙам итә, шулай уҡ инновациялар һәм прогресс өсөн яңы мөмкинлектәр булдыра.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 randall. День информатики в России: история первого проекта автоматической вычислительной машины. HABR (4 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  2. ИРИНА ШЕВЧУК. День информатики 2023 в России: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  3. 1 2 4 ДЕКАБРЯ — ДЕНЬ РОССИЙСКОЙ ИНФОРМАТИКИ. Научная Россия (4 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  4. 1 2 Ю.В. Рогачев. Вычислительная техника от М-1 до М-13. (1950 - 1991). Виртуальный компьютерный музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  5. Ксения Редичкина. Первой электрической вычислительной машине исполнилось 132 год. Парламентская Газета (29 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  6. 4 декабря – День информатики в России! sut.ru (2 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  7. 50 лет назад в Минобороны США изобрели первый в мире интернет. Почему проект глобальной сети не выжил? Лента.ру (1 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.
  8. saul. Эволюция школьной программы по информатике. Хабр (2 сентябрь 2013).
  9. Computers in Russia: science, education, and industry (ингл.). IEEE Xplore (July-Sept. 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2023.

Категориялар