Рәмиев Бәшир Искәндәр улы

Бәшир Искәндәр улы Рәмиев (рус. Башир Искандарович Рамеев1918 йылдың 1 майы, Баймаҡ, Ырымбур губернаһы1994 йылдың 16 майы, Мәскәү) — совет уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы («Стрела», «Урал-1») эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

1918 йылдың 1 майында (паспорт буйынса — 15 май) Ырымбур губернаһының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ ҡалаһында тау инженеры ғаиләһендә тыуған.

Карьераһы

1935 йылда Б. И. Рәмиев Бөтә Союз уйлап табыусылар йәмғиәте ағзаһы була; 1937 йылда Мәскәү энергетика институтына уҡырға инә. 1938 йылда атаһы ҡулға алынғас, Б. И. Рәмиев институттан ҡыуыла (һәм оҙаҡҡа юғары белем тураһында формаль дипломһыҙ ҡала), байтаҡ ваҡыт эш таба алмай. Ниһайәт, 1940 йылда ул Үҙәк элемтә ғилми-тикшеренеү институтына техник булып эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Б. И. Рәмиев үҙ ирке менән СССР Элемтә министрлығының элемтә батальонына хеҙмәт итергә китә. 1-се Украин фронтында ғәскәрҙәрҙе УКВ-элемтә менән тәьмин итеүсе махсус төркөм составында Б. И. Рәмиев 1943 й. Днепрҙы кисеүҙә һәм Киевты азат итеүҙә ҡатнаша.

1944 йылда ул халыҡ хужалығын тергеҙеүгә йүнәлтелеүсе белгестәр тураһындағы бойороҡҡа ярашлы, армиянан ҡайтарыла. Академик А. И. Берг етәкселек иткән 108-се Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтына эшкә инә. 1947 йыл башында, «Би-Би-Си» тапшырыуҙарын тыңлап, Рәмиев АҠШ-та «ЭНИАК» ЭВМ-ы эшләнеүе тураһында ишетә һәм ул саҡтағы ошо өр-яңы техника һәм фән өлкәһе менән шөғөлләнеү теләген белдерә. А. И. Берг тәҡдиме менән ул СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы И. С. Брукка мөрәжәғәт итә һәм 1948 йылдың майында СССР Фәндәр академияһы Энергетика институтының Электр системалары лабораторияһына инженер-конструктор итеп алына.

1948 йылдың авгусында уҡ Исаак Брук һәм Бәшир Рәмиев СССР-ҙа тәүге «Автоматик һанлы электрон машина» проектын тәҡдим итә.

Рәмиевтың күп һанлы эшләнмәләре араһында — «Стрела» ЭВМ-ы, «Урал» ЭВМ-ы серияһы.

Файл:Rameev memorial.jpg
Пензала «Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы бинаһына Б. Рәмиев хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ
Файл:Rameev mem doska.jpg
Б. Рәмиевкә Пенза ҡалаһының Мәскәү урамынағы 104-се йортҡа ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ

Бәшир Рәмиевтең ғәмәлдә юғары белемһеҙ ҡалыуы уға Пенза математик машиналар ғилми-тикшеренеү институтының (әле — {"«Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы, Пенза ҡалаһы) баш инженеры һәм фәнни эш буйынса директор урынбаҫары булырға ҡамасауламай, ул унда 1955—1968 йй. эшләй һәм артабан диссертация яҡламайынса техник фәндәр докторы дәрәжәһен ала.

Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1994 йылдың 16 майында Мәскәүҙә вафат була. Кунцев зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Ғаиләһе

Хәтер

  • «Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы бинаһына (Байдуков урамы, 1 а) 1955—1968 йылдарҙа унда эшләгән Бәшир Рәмиевҡа иҫтәлекле таҡтаташ эленгән.
  • Ҡалала Бәшир Рәмиевкә бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ шулай уҡ ул 1955—1968 йылдарҙа йәшәгән Мәскәү урамындағы 104-се йортҡа эленгән.
  • 2013 йылдың сентябрендә Рәсәйҙә тәүге электрон-хисаплау машинаһын эшләүсе исемен йөрөткән «Рәмиев» Юғары технологиялар технопаркы асыла[4][5].
  • Мәскәү Политехник музейында Б. И. Рәмиев фонды булдырылған.
  • Өфөлә төҙөлгән математика интернат-лицейына Бәшир Рәмиев исеме биреләсәк[6].

Һылтанмалар