Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты
Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты — менән бутамаҫҡа!
Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты — үҙәкләштерелгән дини ойошма. Ул 1994 йылда Мәскәү ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Ойошма (РФ МДН) барлыҡҡа килгәндән алып уның рәйесе булып мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдин тора.
Тарихы
Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һәм Европа төбәктәре диниә назараты булараҡ барлыҡҡа килгән.
Идаралыҡ
РФ диниә назаратының резиденцияһы Мәскәү ҡалаһындағы йәмиғ мәсете комплексында урынлашҡан. Ҡарарҙар ҡабул итеүсе Юғары органы булып ошо РФ диниә назараты составындағы йәмғиәттәрҙең делегаттары һәм мәхәллә ағзалары съезы — Мәжлис тора. Эшмәкәрлекте туранан тура РФ диниә назаратының Уставына ярашлы, уның Президиумы һәм рәйесе етәкләй. Улар биш йыл һайын һайлана.
Ҡоролошо
РФ мосолмандары диниә назараты ҡоролошонда: Аппарат (эске эштәр департаменты һәм мәғариф һәм фән департаменты), РФ мосолмандары диниә назараты эштәр идаралығы, Төҙөлөш һәм архитектура бүлеге,протоколдар бүлеге, РФ мосолмандары назаратының матбуғат хеҙмәте.
Рәйестең урынбаҫарҙары
Рәйестең урынбаҫарҙары: рәйестең беренсе урынбаҫарҙары — Дамир Ғиззәтуллин, Дамир Мөхөтдинов, рәйес урынбаҫары — Рафиҡ Фәттәхетдинов. Мәскәү өлкәһе йәмиғ мәсете имамы, Мәскәү ҡалаһы мөхтәсибе Илдар Әләүтдинов.
Урта һәм юғары уҡыу йорттары
РФ мосолмандары диниә назараты ҡарамағында бер нисә урта һәм юғары уҡыу йорттары бар:Мәскәү ислам университеты (ректоры — Марат Мортазин), Х. Фәйезханов исемендәге Нижегород ислам институты (ректоры — Дамир Мөхөтдинов), Мәскәү йәмиғ мәсете янындағы башланғыс мәҙрәсә(директоры — Йәғәфәр Файзрахманов), Мәскәү ислам колледжы (директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы — Ислам Зарипов), Мәскәү тарихи мәсет янындағы башланғыс мәҙрәсә ( директоры — тарихи мәсет имам-хатибы Хәсән Фәхретдинов), "Маһинур" исемендәге Нижегород ислам мәҙрәсәһе (директоры — Абдулбарый Мөслимов), шәйех Абдулйәлил Биккинин исемендәге Нижегород ислам мәҙрәсәһе (директоры — Ренат Исләмов)
Матбуғат баҫмалары
РФ мосолмандары диниә назаратының рәсми матбуғат баҫмаһы булып, Бәтә Рәсәй мосолмандары гәзите "Ислам минбәре" тора. Уның мөхәррире тарих фәндәре кандидаты Дамир Хәйретдинов. Баҫма 1994 йылдан нәшер ителә.
Наградалары
РФ мосолмандары диниә назаратының наградаһы — «За духовное единение» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Силантьев Р. А. Сохранится ли Совет муфтиев? // Независимая газета. — 02.06.2015.