Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты
Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты | |
Дәүләт | |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1788 |
Етәксе | Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы |
Рәсми сайт | cdum.ru |
Зона обслуживания | Рәсәй |
Алыштырған | Ырымбур Диниә назараты |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ЦДУМ |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты (СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты) — СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында рәсми мосолман ойошмаһы. Юғары органы – шура; етәксеһе булып шура рәйесе тора. Өфө ҡалаһында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1788 йылда Ырымбур мосолман Диниә назараты булараҡ асыла. 1917 йылдан Эске Рәсәй һәм Себер Мосолман Үҙәк Диниә назараты тип үҙгәртелә.
1948 йылдан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты тип атала.
1936—1950 йылдарҙа Диниә назаратының рәйесе булып Ғабдрахман Рәсүлев тора.
1980 йылдан алып ойошманы Тәлғәт Тажетдин етәкләп килә. 1992 ноябрендә мосолмандарҙың VI-сы ғәҙәттән тыш шураһында ДУМЕС-тың исеме «Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре Мосолман Үҙәк Диниә назараты» атамаһына үҙгәртелде; Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең баш мөфтөйө тип танылды. Ул ваҡытта төбәктәрҙә әүҙем булған эре дин үҙәктәре (мөхтәсибәттәр) мосолман дини идаралыҡ ойошмаларына әүерелде; бынан һуң барлыҡҡа килгән яңы дини үҙәктәр ошо ойошмалар составына инде. Хәҙерге ваҡытта Дини идаралыҡҡа 26 урындағы мөфтиәт ҡарай.
1992 йылдың авгусында Яр Саллыла мәсет асылыу тантанаһында ислам рәсмиләре араһында ғауға ҡупты; бының һөҙөмтәһендә Дини идаралыҡтан Башҡортостан һәм Татарстан мосолман дини идаралыҡтары (ярашлы рәүештә Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин һәм Ғабдулла Ғәлиүллин етәкселегендә) бүленеп сыҡты.
2000 йылдан Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты тип атала башлай.
Мөфтөйҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баруди Ғәлимйән (1917—1921),
- Фәхретдинов Ризаитдин Фәхретдин улы (1923—1936),
- Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы (1936—1950),
- Хыялетдинов Шакир Шәйхислам улы (1951—1974),
- Исаев Әбделбарый Низаметдин улы (1975 йылдан),
- Тәлғәт Тажетдин (1980 йылдан)
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юнусова А. Б., Азаматов Д. Д. 225 лет Центральному духовному управлению мусульман России : исторические очерки. — Уфа : Уфимский полиграфкомбинат, 2013. — 398 с. ISBN 978-5-85051-588-1
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиева М. Ғ. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.