Рәсәй Федерацияһы тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Рәсәй Федерацияһы тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Рәсәй Федерацияһының тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө — Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты, Эске эштәр министрлығының һәм Федераль именлек хеҙмәтенең тәфтиш подразделениелары хеҙмәткәрҙәре көнө. Йыл һайын 25 июлдә билдәләнә.
Һөнәри байрам тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһының тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 27 авгусындағы «Рәсәй Федерацияһының тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө тураһында» 741-се ҡарарына ярашлы, 2014 йылдан алып байрам ителә.
Хоҡуҡ буйынса ғалимдарҙың XX быуат урталарынан башланған һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙәм тәфтиш органының зарурлығы тураһындағы бәхәсе[1] һөҙөмтәһендә барлыҡ тәфтишселәр өсөн берҙәм байрам көнө булдырыла. Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты тәҡдим иткән РФ Хөкүмәте ҡарары проекты РФ Эске эштәр министрлығында, Федераль именлек хеҙмәтендә, РФ-ның Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса Федераль хеҙмәтендә хуплау таба.
Дата ла нигеҙһеҙ һайланылмай, сөнки 1713 йылдың 25 июлендә Петр I Указ сығара һәм яңы булдырылған ойошманың етәксеһе итеп Семеновский лейб-гвардия полкы гвардия майоры Михаил Иванович Волконский тәғәйенләнә. «Майор»ҙың тәфтиш канцелярияһы, тарих фәндәре докторы Дмитрий Олегович Серов билдәләүенсә, Рәсәйҙә дәүләт башлығына буйһонған һәм тәфтиш үткәреү вәкәләтенә эйә булған беренсе дәүләт органы була[2].
Тәфтиш канцеляриялары туранан-тура Петр I буйһона һәм бигерәк тә хәүефле коррупцион эшмәкәрлек: ришүәтселек, ҡаҙна аҡсаһын урлау, хеҙмәт вазифаһын ҡулланып, ялған документтар эшләү, муилашыу эштәрен тикшерә. Батшаға ғына буйһонған тәфтиш органдары хатта бғары вазифа биләүселәргә ҡарата ла ғәҙел һәм объектив булып ҡала.
«Рәсәй Федерацияһының тәфтиш комитеты тураһында» Федераль закон 300 йыл эсендә беренсе тапҡыр тәфтиш органдары үҫеше моделен Петра I идеяһына кире ҡайтара[3]. Был документҡа ярашлы, комитеттың эшмәкәрлеге менән дәүләт башлығы етәкселек итә. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының тәфтиш комитеты дәүләт власы органдарының бер генә структураһына ла инмәй.
Петр беренсенең указына 300 тулыу уңайынан РФ Тәфтиш комитеты «Рәсәйҙең беренсе тәфтиш канцелярияһына 300 йыл» ведомство миҙалын булдыра[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты
- Медаль «Рәсәйҙең беренсе тәфтиш канцелярияһына 300 йыл» миҙалы
- Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитеты наградалары
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Инициативы «ЯБЛОКА» по реформе следственных органов . Дата обращения: 9 декабрь 2013. Архивировано 27 ғинуар 2012 года.
- ↑ НОВОСТИ И АНОНСЫ . Дата обращения: 9 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 12 декабрь 2013 года.
- ↑ Федеральный закон Российской Федерации от 28 декабря 2010 г. N 403-ФЗ "О Следственном комитете Российской Федерации" . Дата обращения: 9 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
- ↑ Приказ Следственного комитета Российской Федерации от 21.06.2013 г. № 39
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Строгович М. С. О дознании и предварительном следствии и о «едином следственном аппарате» // Социалистическая законность. 1957. № 5. С. 21;
- Голяков И. Т. О едином следственном аппарате и функциях Министерства юстиции // Советская юстиция. 1957. № 7. С. 8—11;
- Митричев С. О едином следственном аппарате // Известия. 1957. 2 июля;
- Тикунов В. С. О дальнейшем совершенствовании предварительного следствия // Советское государство и право. 1965. № 6. С. 9;
- Истина… И только истина! Пять бесед о судебно-правовой реформе. М., 1990. С. 275;
- Трубин Н. С. Прокуратура должна заниматься своим делом // Социалистическая законность. 1991. № 3. С. 8, 14;
- Деришев Ю. В. Проблемы организации досудебного производства по УПК РФ: моногр. Омск, 2003;
- Постановление Правительства Российской Федерации от 27 августа 2013 г. № 741 «О дне сотрудника органов следствия Российской Федерации»;
- Приказ Следственного комитета Российской Федерации от 21 июня 2013 г. № 39 «Об учреждении памятной медали „300 лет первой следственной канцелярии России“»;
- Указ Петра I «О создании следственной канцелярии гвардии майора М. И. Волконского» от 25 июля 1713 года. (Оригинал документа хранится в Российском государственном историческом архиве. Фонд 1329. Опись 1. Книга 27. Лист. 1.);
- Проект Федерального закона «Об органах предварительного следствия в Российской Федерации»;
- Федеральный закон Российской Федерации от 28 декабря 2010 г. № 403-ФЗ «О Следственном комитете Российской Федерации».
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Серов Д. О. Гвардейцы-криминалисты Петра I: Из истории организации и деятельности «майорских» следственных канцелярий (1713—1723 гг.) // Ораниенбаумские чтения: Сб. научных статей и публикаций. СПб., 2001. Вып. 1.;
- Монахов А. А., Серов Д. О. У истоков следственного аппарата России // материалы Международной научно-практической конференции: Сб. научных статей и публикаций. М., 2013. Ч. 1. С. 286—291.;
- Серов Д. О., Монахов А. А. Зарождение следственного аппарата России (1713—1717 гг.) // Вестник Следственного комитета РФ. 2013, № 4.;
- Серов Д. О., Аверченко А. К. Вневедомственный следственный аппарат России: замыслы и реальность // Журнал российского права. 2005, № 10. С. 122—127.
- Монахов А. А. Руководитель первой следственной канцелярии России гвардии майор М. И. Волконский: линия судьбы // Труды Пятой Международной научно-практической конференции «Война и оружие. Новые исследования и материалы». СПб., Ч. 3. С. 238—254.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Публикация Постановления Правительства Российской Федерации от 27 августа 2013 г. № 741 «О Дне сотрудника органов следствия Российской Федерации» в «Российской газете»;
- История создания отечественных органов предварительного расследования;
- Становление и развитие отечественной концепции предварительного следствия.