Рәүҙәк
Рәүҙәк — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында аҡҡан йылға. Оло һәм Кесе Рәүҙәк ҡушылыуынан килеп сыға. Оҙонлоғо 51 километр. Рәүҙәк буйында Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары урынлашҡан.
Оҙонлоғо — 52 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 501 км²[2]. Йылға (Оло Рәүҙәк) [[Биктәр] (629 м) тауы итәгене урмандар араһында баш ала[3].
Атаманың килеп сығышы тураһында
Йылғаның атамаһы башҡ. Рәүҙәк башҡ. Урау үҙәк «бормаланып аҡҡан, йүнәлешен үҙгәретеүсән йылға» . Филология фәндәре докторы Г.Х Бухарова фекеренсә Рәүҙәк — башҡорт гидрономияһындағы иран компоненты[4]. Ул «Рә» менән үҙәк( «ложбина») географик терминдарҙан тора ти. Рэ = РƏ(РЯ) — Йёрмёкёй районындағы йылға, Ыҡ йылғаһының ҡушылдығы. РƏТҮШ (РЯТУШ) — Нуриман районындағы ауыл ( Рəтүш тауы исеменән (Рэ — гидроним, түш «тау битләүе»), Рəтүш йылғаһы -Нуриман районындағы йылға. Уларҙы санскрит телендәге ramh ‘течь’, raya ‘поток’, rasa ‘жидкость, влага’ һүҙҙәре менән дә бәйләргә тырышыусылар бар[5]. Волганың боронғо яҙмаларҙа тәүге осраған атамаһы— Ра. Ул Клавдий Птолемейҙың «География»һында (б.э.т.II) осрай[6]
Ҡушылдыҡтары
- 0,1 км: Кесе Әрмет
- 2,4 км: Оло Әрмет (Саранцев шишмәһе)
- 33 км: Кесе Рәүҙәк
Йылғаға Утарйорт менән Өҫкөйорттан ағып сыҡҡан бихисап шишмәләр һәм йылғалар ҡоя.
Туризм
Тәбиғәтте ҡурсалау саралары
Рәүҙәк йылғаһы (шулай уҡ Кесе Рәүҙәк тә) буйҙары һәм яҡын тирәләге урмандар дәүләт тарафынан һаҡлана. Киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн был тирәләргә Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән [8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Ряузяк (Большой Ряузяк)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-40-78 Ташла. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ Бухарова Г. Х. Индоиранский субстрат в башкирской гидронимии//Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Международной научно-практической конференции. Уфа: ООО "Издательство «Диалог», 2011. — 524 с. Стр. 22-24
- ↑ Кочергина, 1987, 534, 539, 540
- ↑ Бухарова, стр. 24
- ↑ По тропам Южного Урала: Ряузяк, река. www.southural.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2019.
- ↑ Управление Росприроднадзора по Республике Башкортостан. www.rpnrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2019. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2012 года. 2007 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Devonian phoebodont shark teeth (ингл.). www.app.pan.pl. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2019.
- The Frasnian-Famennian boundary in the Southern Urals (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2019. Архивировано из оригинала 25 октябрь 2004 года. 2004 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.