Сагамо

Сагамо (груз. საღამოს ტბა) — Грузияның Ниноцминдский муниципалитетындағы күл. Ул Джавахет ҡалҡыулығында, Паравани йылғаһының бассейнында, диңгеҙ кимәленән 1996 м бейеклектә урынлашҡан.

Күлдең майҙаны 4,8 км2, уртаса тәрәнлеге — 1,6 метр, 2,3 метрға еткән ерҙәре лә бар. Бассейн майҙаны — 528 км2.[1] Һыу күләме — 7,7 млн м3. Барлыҡҡа килеүе тектоник (ер ҡабығы хәрәкәте һөҙөмтәһендә). Ер аҫты күле, ямғыр һәм ҡар һыуҙары менән тулылана. Май айында һыу иң юғары кимәлдә була, иң түбән — сентябрь айында. Күл аша Паравани йылғаһы ағып сыға.

Күлдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш ярҙары андезит (вулкан ваҡытында барлыҡҡа килгән таш) менән ҡапланған.[2] Күл трапеция формаһында. Июль айында һыу өҫтөндә температура 14,4 °C етә. Ҡыш көнө күл 4,5 айға туңа. Күл буйында Сагамо ауылы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

  1. Апхазава И. С. Озёра Грузии. — Тбилиси: Мецниереба, 1975. — 181 с.
  2. Базисная исследование Ниноцминдского муниципалитета (груз.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2020. 2018 йылдың 12 ноябрь көнөндә архивланған.

Категориялар