Салауатов Юнир Хәй улы

Юнир Салауатов (рус. Салаватов Юнир Хаевич; 1 февраль 1948 йыл) — эстрада артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы, юморист һәм сатирик, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1984).

Биографияһы

Юнир Хәй улы Салауатов 1948 йылдың 1 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһының актерлыҡ бүлегендә уҡый. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегендә дауам итә, Гөлли Мөбәрәкова һәм Ғабдулла Ғиләжев класында белем ала. Хеҙмәт юлын Башҡорт академия драма театрында башлай, аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияһыына күсә. «Кәтүк һәм Бағанай» төркөмөндә ижад итә[1].

Ижады

Авторҙың үҙенсәлекле ижады республика матбуғат баҫмаларында сыға, йәштәр сәхнәлә ҡуллана.

  • «Ҡәйнә» (сатирик монолог);

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1984).