Самородов Владимир Николаевич
Самородов Владимир Николаевич (9 ғинуар 1947 йыл) — дәүләт хеҙмәте һәм спорт ветераны, йәмәғәтсе. 1991—2002 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры, Рәсәйҙең Олимпия һәм Паралимпия башҡарма комитеты ағзаһы[1]. 1998 йылдан Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997), Спорт мастерлығына кандидат (ауыр атлетика, 1972). Почёт (2007), Дуҫлыҡ (1999), Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Владимир Николаевич Самородов 1947 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Казадаевка ауылында тыуа. 1974 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Спартак» ДСО‑һында ауыр атлетика буйынса тренер була. 1975 йылда — БАССР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры. 1980 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. 1987 йылда — Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, 1991 йылдан үҙе рәйес вазифаһын биләй. 2002 йылдан — БР‑ҙың физик культура, спорт һәм туризм министры, 2009 йылдан — Башҡортостанда спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы директоры.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе (1998 йылдан)
- Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары.
Тренерлыҡ эше
РСФСР һәм СССР чемпионы П. С. Горулевты һәм шулай уҡ бихисап Рәсәй беренселеге һәм кубогы чемпиондарын, 12 СССР спорт мастерын тәрбиәләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
- 10 ғилми хеҙмәт баҫтырған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дуҫлыҡ ордены
- Почет ордены
- Салауат Юлаев ордены
- «Физик культура һәм спортты үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе
- «Рәсәйҙә олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ванкувер 2010. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2012. Архивировано 1 апрель 2010 года. 2010 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Самородов Владимир Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- http://www.bashvest.ru/showinf.php?id=1004216: интервью