Сардаров Эдуард Шаликоевич
Эдуард Шаликоевич Сардаров (рус. Сардаров Эдуард Шаликоевич; 1979 йылдың 15 ғинуары, Хандо (Грузия)[d], Самцхе-Джавахети[d]) — йәмәғәт эшмәкәре, шәхси эшҡыуар. Юрист. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан); ЛДПР фракцияһы етәксе урынбаҫары[1].
Биографияһы
Эдуард Шаликоевич Сардаров 1979 йылдың 15 ғинуарында Грузин ССР-ының Цалка районы Хандо ауылында тыуған. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында ала (2001). Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әйҙәүсе юрисконсульт булып башлай (2001), һуңынан шунда уҡ бүлек начальнигы була.
2001—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала уҡый[3].
2014—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй[4].
2020—2023 йылдарҙа — Адвокаттарҙың Башҡортостан округ коллегияһы адвокаты. 2022 йылдан ЛДПР сәйәси партияһы ағзаһы[3]. 2023 йылдан — шәхси эшҡыуар[1].
2023 йылдың сентябрендә VII саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланды[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
Күп балалы атай — тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Сардаров Эдуард Шаликоевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ Сардаров Эдуард Шаликоевич. Harant Поиск юристов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ 1 2 Сардаров Эдуард Шаликоевич. ЛДПР Федеральный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ Управление земельных и имущественных отношений. Администрация городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ Полный список депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва. Газета «Единая Россия – Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
Һылтанмалар
- Эдуард Сардаров: Цель законопроекта об иноагентах — ограничить их влияние на умы (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026)
- Чиновник, курирующий земельные вопросы в мэрии Уфы, может перейти в кадастровую палату (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026)