Сатоси Накамото
Сатоси Накамото (ингл. Satoshi Nakamoto) — биткойн криптовалютаһы протоколын һәм был протокол өсөн тәүге программа тәьминәтен эшләгән кеше йәки кешеләр төркөмө псевдонимы. Был исем артында кем торғанлығын асыҡларға тырышыу осраҡтарының бөтәһе лә уңышһыҙ тамамлана.
2008 йылдың 31 октябрендә Накамото «Bitcoin: A Peer-to-Peer Electronic Cash System»[2][3] тигән мәҡәләһен (The Cryptography Mailing list) metzdowd.com[4] криптография тураһында хаттар таратҡыс аша ебәрә. Ул биткойнды үҙәкләштереүҙән тулыһынса азат булған, өсөнсө яҡтарҙы ҡыҫылдырмаған электрон аҡса итеп һүрәтләй. 2009 йыл башында ул биткойн-янсыҡтың беренсе версияһын сығара һәм «Биткойн» селтәрен эшләтеп ебәрә.
«P2P Foundation» сайтындағы үҙ профилендә Сатоси уға 37 йәш булыуы һәм Японияла йәшәүе тураһында яҙа. Был мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй тигән фекер бар: Сатоси инглиз телендә туған телендәге кеүек яҙа, ә «Bitcoin» программа тәьминәте япон теле өсөн локалләштерелмәгән һәм япон телендә документлаштырылмаған[5]. 2010 йылдың уртаһынан Сатоси Накамото «Биткойн» проектында эшләмәй[6].
Анонимдың серен сисергә тырышыу
Сатоси Накамотоны эҙләп табырға тырышыусылар байтаҡ кешене шик аҫтына ала.
Ник Сабо
2013 йылдың декабрендә блогер Skye Grey, үҙе үткәргән стилометрик анализға һәм ситләтелгән дәлилдәргә нигеҙләнеп, Сатоси Накамото псевдонимы артында, моғайын, криптография һәм хоҡуҡиәт белгесе Ник Сабо[7][8][9] торалыр, тип фараз итә. Ник Сабо — Bit Gold (цифрлы алтын) цифрлы валютаһы тураһындағы хеҙмәттең авторы, ә был валюта биткойндың туранан-тура элгәре булып тора, тип һанала[10]. Финанс өлкәһендәге яҙыусы Доминик Фрисби ҙа үҙе үткәргән (ингл. Dominic Frisby) тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ситләтелгән дәлилдәр тәҡдим итә, әммә Сабоны Сатоси тип иҫбат итерлек тура дәлилдәрҙе ул да тапмай[11].
Дориан Накамото
2014 йылдың 6 мартында Newsweek журналында баҫылған мәҡәләлә, япон сығышлы америкалы Дориан Сатоси Накамото биткойндың авторы булып тора, тип раҫлана[12][13]. Әммә Дориан был мәғлүмәтте кире ҡаға[14].
Крейг Стивен Райт
Журналистар Сиднейҙағы эшҡыуар Крейг Стивен Райтты Сатоси Накамото тип атай[15]. 2016 йылдың 2 майында ул үҙен ысынлап биткойндың авторымын тип иғлан итә[16][17]. Әммә ул күрһәткән дәлилдәр был авторлыҡты иҫбатларлыҡ булмай сыға[18][19][20][21]. Райт ышансылыраҡ дәлилдәр биреүҙән баш тарта һәм блогынан биткойнға ҡағылышлы бөтә яҙмаларын юйҙыра[22].
Сатоси Накамото псевдонимы артында тороусы йәки тороусылар тип тағы күп кешеләр атала, ләкин бер фараз да әлегә тиклем иҫбатлама тапҡаны юҡ.
Винсент ван Волкър
От 2018 г. интернет твърди[23], че американският художник Винсент ван Волкър е Сатоши Накамото. За z. Например, той говори за факта[24], че е математик и криптолог, има добри контакти и с експерти, които имат познанията, довели до технологията blockhain. Самият той противоречи на това твърдение[25].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Nakamoto, Satoshi Bitcoin: A Peer-to-Peer Electronic Cash System (24 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2014.
- ↑ Nakamoto, Satoshi Bitcoin P2P e-cash paper (31 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2014.
- ↑ Satoshi's posts to Cryptography mailing list. Mail-archive.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2013.
- ↑ Wallace, Benjamin The Rise and Fall of Bitcoin. Wired. — «It seemed doubtful that Nakamoto was even Japanese. His English had the flawless, idiomatic ring of a native speaker.»
- ↑ Satoshi Nakamoto. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2015.
- ↑ John Biggs. Who is the real Satoshi Nakamoto? One researcher may have found the answer, TechCrunch. 31 июль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Grey, Skye. Satoshi Nakamoto is (probably) Nick Szabo (1 декабрь 2013). 31 июль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Grey, Skye. Occam's Razor: who is most likely to be Satoshi Nakamoto? (11 март 2014). 31 июль 2017 тикшерелгән.
- ↑ O’Leary, Martin The Mysterious Disappearance of Satoshi Nakamoto, Founder & Creator of Bitcoin (8 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017.
- ↑ Frisby Dominic. Bitcoin: The Future of Money?. — Unbound, 2014. — ISBN 1783520779.
- ↑ Goodman, Leah McGrath. The Face Behind Bitcoin (ингл.) (6 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2014.(инг.) (2014-03-06). 6 март 2014 тикшерелгән.
- ↑ Oremus, Will. The real Satoshi Nakamoto: Newsweek finds mysterious bitcoin creator in Los Angeles (ингл.) (26 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2014.(инг.) (2013-11-26). 6 март 2014 тикшерелгән.
- ↑ Winton, Richard. Deputies: Newsweek Bitcoin story quoted Satoshi Nakamoto accurately (ингл.) (7 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2014.(инг.) (2014-03-07). 9 март 2014 тикшерелгән.
- ↑ Craig Wright as the most likely suspect to be Satoshi Nakamoto.
- ↑ Австралиец Крейг Райт назвал себя создателем биткоинов. BBC Русская служба. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2017.
- ↑ Craig Steven Wright claims to be Satoshi Nakamoto. Is he? (инг.), The Economist. 15 сентябрь 2017 тикшерелгән.(инг.), The Economist. 15 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Craig Wright's signature is worthless • /r/Bitcoin. reddit. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2016.
- ↑ Истина где-то рядом: как Крэйг Райт "доказал", что он создал Биткойн - (ru-RU) (3 май 2016). 15 сентябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йылдың 15 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Открыта личность таинственного создателя Bitcoin, но сомнения остаются - «Хакер» (ru-RU), «Хакер» (2 май 2016). 15 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Почему Крейг Райт - не Сатоси Накамото (ингл.). bits.media. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2017.(инг.). bits.media. 15 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Австралиец, назвавшийся создателем Bitcoin, извинился за признание - «Хакер» (ru-RU), «Хакер» (5 май 2016). 15 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Cryptonews. Cryptonews. 2019 йылдың 12 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ vincentvanvolkmer.com. vincentvanvolkmer.com.
- ↑ vincentvanvolkmer.com. vincentvanvolkmer.com.