Сафарова Елена Владимировна

Сафарова Елена Владимировна (рус. Елена Владимировна Сафарова; 1975 йылдың 23 марты, Тверь) — совет һәм Рәсәй биатлонсыһы. Ишимбайҙа йәшәгән һәм шунда шөғөлләнгән, хәҙерге ваҡытта Ханты-Мансийскиҙа йәшәй[1].

Хәрби-ғәмәли күпбәйгеләр буйынса (1997) һәм биатлон буйынса (2001) Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1995), Европа чемпионы (2 тапҡыр, 1998), донъя чемпионатының бронза призёры (1998), Бөтә донъя универсиадаһы еңеүсеһе (2001), Рәсәйҙең 12 тапҡыр чемпионы (1994—2002)[1].

Биографияһы

Өфөләге биатлон буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А. Т. Сафаров һәм Т. М. Сафарова)[1]. 1997 йылда Урал физик культура академияһын тамамлаған[1].

Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2002)[1]. 2003 йылда бүләкләнгән мәлдә — Төмән дәүләт ауыл хужалығы академияһының Төньяҡ тәбиғәттән файҙаланыу институты филиалы студенты (Ханты-Манси автономиялы округы)[2].

Спорт ҡаҙаныштары

  • Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1995)[1]
  • Европа чемпионы (2 тапҡыр, 1998), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (1994, 1998)[1]
  • Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының бронза призёры (1998)[1]
  • Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы (2001)[1]
  • Рәсәйҙең 12 тапҡыр чемпионы (1994—2002)[1]
  • Ачери-биатлон буйынса донъя чемпионатының көмөш призёры (1999)[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Сафарова Елена Владимировна. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
  2. ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 17 января 2003 года № 43 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» (17 ғинуар 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.