Сафин Фаил Ғабдулла улы

Сафин Фаил Ғабдулла улы (20 ғинуар 1959 йыл) — ғалим-социолог. 1994 йылдан Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, 1996 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы

Фаил Ғабдулла улы Сафин 1959 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда — монтёр, әсәһе һауынсы була.

Дәүләкән ҡалаһының беренсе урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй.

  • 1977—1979 йылдарҙа Армияла хеҙмәт итә.
  • 1979 йылдан 1985 йылға тиклем Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләй.
  • 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
  • 1994 йылда — Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтының аспирантураһын тамамлай.
  • 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире (ИЭИ УНЦ РАН)

Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында Р. Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнополитология бүлеген етәкләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

Волга-Урал регионы халыҡтарының этнотел һәм этносәйәси процестарҙы, этнодәүләт һәм этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә арналған 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәр яҙған. Донъяның төрлө ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара ғилми конференциялар, семинарҙар һәм симппозиумдарҙа ҡатнашыусы,[1], атап әйткәндә: Чикаго (1994), Майами (1996), Мангейм (ФРГ), Хельсинки (1999), Брюссель (2007).

Ғилми хеҙмәттәре

  • Этно—языковые процессы в Башкортостане в XX столетии. М., 2000 г.
  • Язык в технологии кадровой политики. История и современность: опыт Башкортостана, М., 2002 г.
  • Вызов этничности в тенденции проявления идентичности, СПб, 2010 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Джон һәм Катрин Мак Артур гранты лауреаты (1996)

Иҫкәрмәләр

  1. http://patriotrusrb.ru/node/428 2021 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған. Пресс- служба БРО ПП «Патриоты России»

Һылтанмалар