Сафуанов Фәрит Суфиян улы

Сафуанов Фәрит Суфиян улы (рус. Сафуанов Фарит Суфиянович; 1 апрель 1958 йыл) — психолог-ғалим. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «В. П. Сербский исемендәге Социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт фәнни үҙәге»нең суд психологияһы лабораторияһы етәксеһе, бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт психология-педагогия университетының клиник һәм суд психологияһы кафедраһы мөдире. Психология фәндәре докторы (2001), профессор (2005).

Биографияһы

Фәрит Суфиян улы Сафуанов 1958 йылдың 1 апрелендә башҡорт әҙәбиәте белгесе-ғалим, тәнҡитсе һәм йәмәғәтсе Суфиян Сафуанов ғаиләһендә тыуған.

Өфө ҡалаһындағы мәктәптә урта белем алғандан һуң М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. 1981 йылда ошо юғары уҡыу йортоноң психология факультетын тамамлай. Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда В. П. Сербский исемендәге социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт фәнни үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр булып башлай.

1986 йылда «психология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Эмоционально-смысловая регуляция восприятия у психопатических личностей истеро-возбудимого круга» тигән темаға диссертация яҡлай[1].

1987 йылдан фәнни үҙәктең өлкән ғилми хеҙмәткәре.

2001 йылда «Комплексная судебная психолого-психиатрическая экспертиза обвиняемых в криминально-агрессивных действиях (Психологический аспект)» темаһына диссертация яҡлап, «психология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә эйә була[2].

2002 йылдан В. П. Сербский исемендәге социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт фәнни үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, төркөм етәксеһе, 2004 йылдан Суд психологияһы лабораторияһы етәксеһе.

2005 йылда профессор ғилми исеме бирелә.

2014 йылдан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «В. П. Сербский исемендәге Социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт фәнни үҙәге»нең суд психологияһы лабораторияһы етәксеһе[3], бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт психология-педагогия университетының клиник һәм суд психологияһы кафедраһы мөдире[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми хеҙмәттәре

  • Судебно-психологическая экспертиза в уголовном процессе: научно-практическое пособие. — М.: Смысл, Гардарика, 1998.
  • Клиническая психология в экспертной практике: Учебно-методическое пособие. — М.: МГППУ, 2002.
  • Психология криминальной агрессии: Монография. — М.: Смысл, 2003. — 300 с.

Уҡытыу эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2021)
  • Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почёт грамотаһы (2008)
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «За заслуги» түш билдәһе (2004)

Өҫтәмә мәғлүмәт

  • Атаһы Сафуанов Суфиян Ғаяз улы (2.10.1931—30.11.2009), Филология фәндәре кандидаты (1962), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
  • Ағаһы Сафуанов Илдар Суфиян улы (28.12.1954), педагог-ғалим, математик, педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002).

Иҫкәрмәләр

  1. Сафуанов, Фарит Суфиянович. Эмоционально-смысловая регуляция восприятия у психопатических личностей истеро-возбудимого круга : дисс. ... канд. психол. наук : 19.00.04. — Москва, 1986. — 226 с.
  2. Сафуанов, Фарит Суфиянович. Комплексная судебная психолого-психиатрическая экспертиза обвиняемых в криминально-агрессивных действиях : Психологический аспект : автореф. дис. ... д-ра псих. наук : 19.00.04 / Моск. гос. ун-т им. М. В. Ломоносова. - Москва, 2001. — 48 с.
  3. ФГБУ «Национальный медицинский центр психиатрии и наркологии имени В.П. Сербского» Официальный сайт. Сафуанов Фарит Суфиянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)
  4. Московский государственный психолого-педагогический университет. Официальный сайт. Факультет юридической психологии | Кафедра клинической и судебной психологии | Преподаватели кафедры | Фарит Суфиянович Сафуанов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)

Тема буйынса өҫтәмә