Сенегал (йылға)

Сенегал — Көнбайыш Африкалағы йылға.

География

Бафинг һәм Бакой йылғалары ҡушылған урында Мали территорияһында башлана[1]. Артабан Сенегал һәм Мавритания илдәре араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә.

Оҙонлоғо — яҡынса 1970 км. Йылға бассейны майҙаны 419 575 км², Атлантик океанға йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 670 м³/с[2]. Төп ҡушылдыҡтары: Фалем, Каракоро һәм Горгол.

Йылғаның атамаһы ошо йылға буйында йәшәгән берберҙарҙың сенега ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килә. Йылға тамағына килеүсе тәүге европалы — португал диңгеҙсеһе Диниш Диаш булған. Ул бында 1444 йылда килгән.

undefined

1972 йылда Мали, Сенегал һәм Мавритания илдәре Сенегал йылғаһын тергеҙеү буйынса ойошмаға (франц. Organisation pour la mise en valeur du fleuve Sénégal) нигеҙ һала. Йылға бассейны менән бергәләп идара итеү ойошманың төп маҡсаты була. 2005 йылда Гвинея был ойошмаға керә.

Йылға бассейнында Джудж орнитология резерваты һәм Дельта-дю-Флёв-Сенегаль биосфера резерваты (Сенегал), Диавалинг милли паркы һәм Чат-Т-Бул ҡурсаулығы (Мавритания) урынлашҡан[3].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Карта бите D-29-XX.
  2. ↑ По данным Большой советской энциклопедии
  3. ↑ DELTA DU FLEUVE SENEGAL (ингл.). Человек и биосфера. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2010. Архивировано 14 февраль 2012 года.

Әҙәбиәт

  • Gregory C. Woodsworth, Irrigation Agriculture in the Senegal River Basin, Carleton University (Ottawa), 1987 (M.A.)
  • Claire Bernard, Les aménagements du bassin fleuve Sénégal pendant la colonisation française (1850—1960), ANRT, 1996

Һылтанмалар