Симбугино
Симбугино (рус. Симбугино) — Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Языков ауыл Советындағы бөткән ауыл. 1989 йылда бөтөрөлә.
Тарихы
Симбугино ауылы Симбушино, Михайловка булараҡ та билдәле.
1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Өфө өйәҙе Новоселовка улусына инә (ЦИА РБ. Ф Р-473. Оп. 1. 956-957. б.).
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 17 июнендәге Указына ярашлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөп ҡалдырыу тураһында тураһында» Симбугино менән менән бергә:
Бүздәк районы Ғафури ауыл Советының тимер 1411 км юл будкаһы; Бурный Поток ауылы, Елановка ауылын, Кирзавод ҡасабаһы, Михайловка ауыл Советының Әнгәсәк ауылы, Дүртөйлө районы Мәскәү ауыл Советының Алға ауылы; ауыл Абдул ауыл Советының Туғай Кинйәһе ауылы, Күмертау районы Көйөргәҙе ауыл Советының Назар ауылы; Төмәнәк ауыл Советының Алексеевка ауылы, Туймазы районы Татар-Олҡан ауыл Советының Урдяк-Николаевка ауылы бөтөрөлә.
Географик урыны
Халҡы
1920 йылдың халыҡ иҫәбен алыу буйынса М.И.Роднов мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда ике милләт йәшәй:
- урыҫтар — 37 хужалыҡта 234 кеше
- украиндар — 1 ихата, 4 кеше
1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 98 кеше йәшәгән. Өҫтөнлөк милләт — урыҫтар (Башҡорт АССР-ы, 1969).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года: [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 348—430. С.108
Әҙәбиәт
- Роднов М. И. Население Уфимского уезда по переписи 1920 года: справочник / ИИЯЛ УНЦ РАН. СПб.: ООО «Свое издательство», 2014. 144 с. С.97
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.