Синдзо Абэ
Си́ндзо А́бэ(япон. 安倍晋三Абэ Синдзо:?) (21 сентябрь 1954 йыл - 8 июль 2022 йыл) — дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Японияның 90-сы (2006—2007 йылдар) һәм 96-сы премьер-министры (2012 йылдан). Япония либераль-демократик партияһы рәйесе.
Биографияһы
Синдзо Абэ 1954 йылдың 21 сентябрендә Японияның Ямагути префектураһы Нагато ҡалаһында билдәле сәйәси эшмәкәр ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы — Нобусукэ Киси 1957—1960 йылдарҙа Япония премьер-министры булған. Атаһы — Синтаро Абэ 1982—1986 йылдарҙа Япония тышҡы эштәр министры вазифаһын башҡарған[6][7][8].
1977 йылда Сэйкэй университетын тамамлай, бында ул юридик факультетта политологияны өйрәнә[6][7][9]. Һуңынан АҠШҡа күсә, 1978 йылдан алып 1979 йылға тиклем Көньяҡ Калифорния университетында уҡый[6][7]. 1979 йылда Японияға ҡайта, «Кобэ Стил» ҡорос иретеү компанияһында өс йыл дауамында эшләй[10].
Сәйәси карьера
1982 йылда атаһы, тышҡы эштәр министры Синтаро Абэның сәркәтибе вазифаһын башҡарып сәйәси карьераһын башлай[11]. Япония либераль-демократик партияһы ағзаһы. 1993 йылда Япония парламентының Вәкилдәр палатаһына Ямагути префектураһынан һайлана[6][7][9]. 2000 йылдан алып Ёсиро Мори һәм Дзюнъитиро Коидзуми хөкүмәттәрендә эшләй. 2003—2004 йылдарҙа Япония либераль-демократик партияһының генераль секретары була. 2005 йылдың октябрендә Министрҙар кабинетының генераль секретарь вазифаһын биләй[7][9]. Күҙәтеүселәр быны премьер-министр Дзюнитиро Коидзуми Абэны үҙенең алмашҡа килеүсеһе итеп күрә тип күҙалайҙар[7].
Тәүге хөкүмәте
2006 йылдың 20 сентябрендә Синдзо Абэ партия рәйесе вазифаһын башҡара башлай, ә 26 сентябрендә парламент менән премьер-министр вазифаһында раҫлана. Бер аҙ ваҡыт ил Конституцияһын үҙгәртеп ҡороу ниәттәре, һәм тағы ла милләтселек белдереүҙәре Япония һәм сит ил йәмәғәтен һәм матбуғатының иғтибарын үҙенә йәлеп итә[12].
Бүләктәре
- 1 дәрәжәләге король Ғәбделғәзиз ордены (2007, Сәғүд Ғәрәбстаны)
- Почёт ордены (Греция)
- Әл-Хәлифә ордены (2013, Бахрейн)
- Баһалы хеҙмәт ордены (2014, Кот-д’Ивуар)
- Йондоҙ менән Баһалы хеҙмәт ордены командоры (Норвегия)
- Альберт Швейцерҙың Австрия йәмғиәте миҙалы (2010)[13]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Tvegård A. Japans tidligere statsminister Shinzo Abe skutt og drept (норв.) — 2022.
- ↑ Reuters: Japans tidligere statsminister Shinzo Abe er død (норв.) // Aftenposten — Schibsted Norge, 1860. — ISSN 0804-3116; 0807-2027
- ↑ 【速報】安倍元首相が死亡 搬送先の病院で確認 奈良市内で演説中に銃で撃たれて (яп.) — 関西テレビ放送, 2022.
- ↑ 安倍晋三元首相死亡 奈良県で演説中に銃で撃たれる (яп.) — NHK, 2022.
- ↑ https://edition.cnn.com/asia/live-news/shinzo-abe-funeral-japan-07-12-22-intl-hnk/index.html — 2022.
- ↑ 1 2 3 4 Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. — РИА Новости, 26.09.2006
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Profile: Shinzo Abe. — BBC News, 26.09.2006
- ↑ Артур Блинов. Синдзо Абэ стал премьером Японии. — Независимая газета, 27.09.2006
- ↑ 1 2 3 Profile of Prime Minister Abe. — Prime Minister of Japan and His Cabinet
- ↑ Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. РИА Новости (26 сентябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2015.
- ↑ Profile of Prime Minister
- ↑ АБЭНОМИКА: Новое учение об оздоровлении — ПРОФИЛЬ | PROFILE.RU(недоступная ссылка)
- ↑ Bild-Bericht — Besuch bei der japanischen ÖASG-Delegation in Tokio und Yokohama vom 13. bis 17. November 2010 2014 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Абэ, Синдзо — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.