Сипылдаҡ төйөт
Сипылдаҡ төйөт (урыҫ пеночка-трещотка) (лат. Phylloscopus sibilatrix) — Һылыуҡастар (Sylviidae) ғаиләһенән булған һайраусы ҡош .
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөүсе етеҙ ҡош. Һырты яғы көрәнһуы йәшел.Ҡашы, башыныү ике яғы, тамағы һәм түше тоноҡ һары, ҡорһағы аҡ.Ҡанаттарының ҡауырһындары һары ситле ҡара- көрән. Башҡа төйөтәрҙән төҫө менән әллә ни айырылмай, ләкин һайрауы үҙенсәлекле. Ҡыҫҡа ғына: «төйөт» йәки «төйт», ә һайрауы яңғырауыҡлы «зи-зи-зи зирррр».
Йәшәгән урыны
Урман һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында йәшәй. Күсмә ҡош, киң таралған. Ерҙә, һирәкләп ағас баштарында оялай.
Үрсеүе
Ерәнһыу таптар менән сыбарланған 5-8 бөртөк йомортҡа һала.
Туҡланыуы
Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.
Диалекттарҙа
Әҙәбиәт
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. —— 91-се бит.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:РУВИКИ:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |