Ситдиҡов Ринат Даян улы

Ситдиҡов Ринат Даян улы (8 октябрь 1968 йыл) — Салауат районы Лағыр урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы лауреаты (2021).

Биографияһы

Ситдиҡов Ринат Даян улы 1968 йылдың 8 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Лағыр ауылында тыуа. Лағыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала, Совет армияһында сик буйында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, юғары белем алыуын дауам итә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990—1994 йылдарҙа райондың Шәрип тулы булмаған урта мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып башлай.

1994—1997, 1999—2001, 2004—2005 йылдарҙа Лағыр урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы;

1997, 1999—2000 йыл — директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары;

1997—1999 йылдар — Лағыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;

2001—2004, 2008—2009 йылдарҙа — Лағыр урта мәктәбе директоры;

2005—2008 — Лағыр урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;

2009- ? йылдар — Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары. ? йылдан — Лағыр урта мәктәбе директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014)[1].
  • Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы лауреаты (2021).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Крайҙы өйрәнеүсе, Лағыр ауылы тарихы, Лағыр ауыл советынан һуғышта ҡатнашыусылар тураһында китаптар әҙерләгән. Лағыр ауылындағы араларҙың шәжәрәһен төҙөй.