Скабеева Ольга Владимировна
Ольга Владимировна Скабеева (рус. Скабеева Ольга Владимировна; 1984 йылдың 11 декабре, Волжский, Волгоград өлкәһе) — Рәсәй журналисы һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы. Ире Евгений Попов менән бергә «Россия-1» телеканалында «60 минут» ток-шоуын алып барыусы.
Биографияһы
Ольга Владимировна Скабеева 1984 йылдың 11 декабрендә[2] Волгоград өлкәһенең Волжский ҡалаһында тыуған.[3] Атаһы — һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе, әсәһе — архитектор.
Урта белемде дини йүнәлешле шәхси рус-америка мәктәбендә[4][5] ала, уны 2003 йылда отличие менән тамамлай.
Ата-әсәһенең ҡала төҙөүселәренең эшен дауам итеү теләгенә ҡаршы сыға, юғары кластарҙа журналист булырға ҡарар итеүе тураһында белдерә.[6].Тәүге журналист тәжрибәһен урындағы «Ҡала аҙналығы» бушлай реклама-мәғлүмәт гәзитендә ала.[3].Шулай уҡ «Волжская правда» гәзите хәбәрсеһе була, шоу-бизнес өлкәһендә шөғөлләнә. Тыуған ҡалаһында мәҙәни-күңел асыу саралары булмау сәбәпле, кистәрен Волгоградҡа юллана, унда концерт майҙансыҡтары артында гастроль йондоҙҙарынан интервью ала.
2003—2008 йылдарҙа Санкт-Петербург дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Потанин фонды стипендиаты була.
Уҡыу ваҡытында бер йыл ГТРК «Санкт-Петербург» хәбәрсеһе булып эшләй. Ике йөҙҙән ашыу репортаждар һәм аналитик материалдар авторы, бының өсөн 2006 йылдың 14 декабрендә Санкт-Петербургтың йәштәр премияһына лайыҡ була. Йылдың иң яҡшы йәш журналисы тип иғлан ителә. Бүләкләү тантанаһы Смолный бинаһында үтә. 2007 йылдың 30 мартында «Перспектива года-2006» номинацияһында «Алтын ҡаурый» премияһына лайыҡ була. 2008 йылда ике тапҡыр ошо уҡ премияға номинациялана.
2008 йылда «Профессия — репортёр» конкурсының «Журналистское расследование» номинацияһында лауреат була[6].
2008 йылда юғары уҡыу йортон отличие менән тамамлай[7][8] һәм ВГТРК[6] федераль редакцияһына эшкә килә, унда «Вести» һәм «Вести Недели» программалары хәбәрсеһе булып эшләй башлай. Федераль эфирҙағы тәүге репортажы 2008 йылдың 2 июлендә трансляциялана.
2015—2016 йылдарҙа «Россия-1»[9] телеканалында "Вести.doc"авторлыҡ программаһын алып бара. Был телепроектта журналистика тикшереүҙәр студияла фекер алышыу менән бергә алып барыла .
2016 йылдың 12 сентябренән ире Евгений Попов менән бергә «Россия-1» телеканалында бәхәсле темаларға фекер алышыу программаһы булараҡ иғлан ителгән «60 минут» социаль-сәйәси ток-шоу алып бара, һөҙөмтәлә ул тамашасылар араһында иң популяры була, конкурент программа — "Первая студия"ны уҙып китә.
2019 йылдың ғинуар-июненә тиклем — влога #сеемдобро н YouTube каналында «Рәсәй-24» алып барыусыһы[10].
2019 йылдың 21 июлендә йәйге ялға киткән Дмитрий Киселёв урынына ваҡытлыса «Вести» программаһын алып барыусы булараҡ сығыш яһай.[11].
2018 йыл аҙағында «Левада-Центр» һорау алыуында рәсәйлеләр үҙҙәренең хөрмәтен һәм ышанысын яулаған журналистарҙы һанап сыға. Скабеева 2 % йыйып, ун лидер иҫәбенә инә. 2019 йылдың мартында ошондай уҡ һорау алыу уның шәхесенә ышаныстың артыуын күрһәтә (6 %)[12].
Санкциялар
Украинаның Именлек Хеҙмәте ғәйепләүе
2025 йылдың 8 апрелендә СБУ Ситтән тороп Скабееваны дүрт енәйәт статьяһы буйынса ғәйепләй, шул иҫәптән Украинаның территориаль бөтөнлөгөнә һөжүм итеү һәм «Мәскәү мәнфәғәтендә мәғлүмәт-психологик манипуляциялар» таратыу[17].
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй журналистар союзынан «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» (9 февраль 2017) — «Рәсәй телевидениеһында дискуссия майҙансыҡтарын үҫтереү өсөн» (Евгений Попов менән берлектә)[21].
- «Вечерняя премьера» (3 октябрь 2017) (Евгений Попов менән берлектә) номинацияһында «Прайм-таймдың социаль-сәйәси ток-шоуы алып барыусыһы» номинацияһында TEFI-2017 премияһы[22].
- Премия «ТЭФИ—2017» «Прайм-таймдың социаль-сәйәси ток-шоуы алып барыусыһы» номинацияһында категория «Вечерний прайм» (2017 йылдың 3 октябрендә) (Евгений Попов менән берлектә).
- Премия «ТЭФИ—2018» номинацияһында прайм-таймдың ижтимағи-сәйәси ток-шоу алып барыусыһы категорияһында киске прайм (3 октябрь 2018 йыл) (Евгений Попов менән берлектә).
- Рәсәй федерацияһы хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге 2023 йылғы премияһы (2024 йылдың 11 ғинуары) гражданлыҡ батырлығы, сәйәси киҫкенлеге һәм мәғлүмәт көрәшендә Ватан мәнфәғәттәрен уңышлы яҡлауы өсөн[23].
- «Көндөҙгө ижтимағи—сәйәси ток-шоу алып барыусыһы» номинацияһында «Тэфи-2025» премияһы (Ире Евгений Попов менән бергә)[24].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 https://24smi.org/celebrity/3205-olga-skabeeva.html
- ↑ Приложение к приказу Минобрнауки России от «12» октября 2007 г. № 281. Список лиц, которым в 2007 году присуждены премии для поддержки талантливой молодежи.
- ↑ 1 2 Ведущая нового ток-шоу на канале «Россия-1» начинала в газете Волжского. газета «Волгоградская Правда» (17 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016. 2018 йылдың 2 август көнөндә архивланған.
- ↑ Признание Скобеевой. Обучение в школе США и присяга американскому флагу. #shorts БЕЛРУСИНФО 2021 (билдәһеҙ).
- ↑ Скабеева Ольга Владимировна.
- ↑ 1 2 3 Нина Сомина. "Железная кукла путинского ТВ" стала мемом Рунета. Лениздат.ру (15 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016.
- ↑ Журнал Санкт-Петербургский университет ISSN 1681—1941 / № 10 (3777), 27 июня 2008 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016. 2018 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Институт «Высшая школа журналистики и массовых коммуникаций» СПбГУ. Вручение дипломов 2008
- ↑ Вести.doc О проекте. ««Россия-1»». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016. 2016 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Скляревская, Алла. «Янина-не-с-помойки»: феерический дуэт Соколовской и Скабеевой в Ютьюбе, Детектор медиа (15 февраль 2019).
- ↑ Время свободы. Телелидеры с Славы Тарощиной. Штатная валькирия, Радио Свобода (22 июль 2019).
- ↑ Евгения Кузнецова, Владимир Дергачев, Мария Истомина. Россияне назвали Соловьева и Малахова вызывающими доверие журналистами. РБК (1 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2026.
- ↑ Сечин, Токарев, Усманов, Авен, Фридман включены в чёрный список ЕС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2022. Архивировано 28 февраль 2022 года.
- ↑ Австралия ввела санкции против российских журналистов. ВЗГЛЯД.РУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ The United States Takes Sweeping Actions on the One Year Anniversary of Russia’s War Against Ukraine. U.S. Department of State.
- ↑ PEP: Скабеева Ольга Владимировна, ВГТРК, телеведущая ток-шоу "60 минут". Rupep. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ СБУ заочно обвинила телеведущую Скабееву по четырем уголовным статьям (8 апрель 2025). 8 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Судьба Ольги Скабеевой и Евгения Попова. 60 минут о личном. «Россия-1» (30 октябрь 2017). 2017 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Царство стоп-листов. Рассказ экс-редактора путинского телевидения (23 февраль 2019).
- ↑ Поздравляем коллег: у Ольги Скабеевой родился первенец. Вести.ру (14 ғинуар 2014).
- ↑ XXV Благотворительный Бал прессы. Союз журналистов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2017.
- ↑ Владимир Соловьёв, Ольга Скабеева и Евгений Попов завоевали ТЭФИ. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2017.
- ↑ Михаил Мишустин вручил премии Правительства за 2023 год в области средств массовой информации. Правительство России (11 ғинуар 2024).
- ↑ Названы победители премии ТЭФИ-2025 (9 июнь 2025). 10 июнь 2025 тикшерелгән.