Славенка Дракулич
Славенка Дракулич (хорв. Slavenka Drakulić; 1949 йылдың 4 июле, Риека[d] — 2026 йылдың 20 июне, Хорватия) — хорват яҙыусыһы, журналист һәм публицист. Кеше хоҡуҡтары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле, элекке Югославия территорияһындағы һуғыштар һәм Көнсығыш Европа илдәрендәге ижтимағи-сәйәси процестарға арналған нәфис проза, эссе һәм документаль әҫәрҙәр авторы. Хорват һәм инглиз телдәрендә яҙған.
Биографияһы
Славенка Дракулич 1949 йылдың 4 июлендә Риека ҡалаһында тыуған. Атаһы Югославия армияһы офицеры, әсәһе дәүләт хеҙмәткәре була. Загреб университетында сағыштырма әҙәбиәт һәм социология буйынса белем ала.
1980-се йылдар башынан журналистика өлкәһендә эшләй, Хорватияның төрлө баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Уның мәҡәләләрендә йәмғиәт, мәҙәниәт һәм феминизм мәсьәләләре киң яҡтыртыла.
1990-сы йылдар башында, Хорватияла милләтсел ҡараштар көсәйгән осорҙа, Дракулич бер нисә яҙыусы, шул иҫәптән Дубравка Угрешич менән бергә, милләтсел матбуғат тарафынан «патриотизм етешмәүҙә» ғәйепләнә һәм «хорват халҡына зыян килтереүсе сихырсылар» иҫәбенә индерелә. Ошо ваҡиғаларҙан һуң ҡыҙы менән илдән китергә мәжбүр була[4].
Артабан Швецияла йәшәй, һуңыраҡ тормошон Стокгольм менән Загреб араһында алып бара. Әҙәби һәм журналистик эшмәкәрлеген дауам итеп, донъяның абруйлы гәзит-журналдарында даими баҫыла[5].
2026 йылдың 20 июнендә 76 йәшендә вафат булған[6].
Ғаиләһе
Серб милләтенән булған иргә кейәүгә сыға, ғаиләлә Ружана исемле ҡыҙ тәрбиәләгәндәр.
Китаптары
Очерктары һәм эсселары
- Смертные грехи феминизма/ Smrtni grijesi feminizma (1984)
- Как мы пережили коммунизм и даже смеялись при этом/ Kako smo preživjeli komunizam i čak se smijali, о жизни женщин в странах социализма (1991)
- Балканский экспресс: фрагменты с другой стороны фронта/ Balkan Express: Fragmenti s druge stane rata (1992)
- Кафе Европа: жизнь после коммунизма/ Cafe Europa: Život nakon komunizma (1996)
- Они бы муху не обидели: военные преступники перед трибуналом в Гааге/ Ne bi ni mrava zgazili: ratni zločinci na sudu u Hagu (2005)
- Экскурсия по музею коммунизма/ A Guided Tour Through the Museum of Communism (2011)
Романдары
- Голограммы страха/ Hologrami straha (1987)
- Мраморная кожа/ Mramorna koža (1995)
- Вкус мужчины/ Okus čovjeka (1997)
- Как будто меня там нет/ Kao da nisam tamo (2000, 2010 йылда экранлаштырыған, ҡарағыҙ: [1], Ирландия режиссёры Хуанита Уилсон фильмы Ирландияла бер нисә премия һәм Истанбул МКФ премияһын ала)
- Фрида, или О боли/ Frida ili o boli, Кало, Фрида тураһында роман (2007)
- Тело, сделанное из тела: изгелек тураһында хикәйә/ Tijelo njenog tijela: priče o dobroti (2007)
Оn line мәҡәләләре
- На сайте Eurozine (инг.)
Йыйылма баҫмалары
- Sabrani eseji (2005)
Танылыуы
Дракулич китаптары донъяның бик күп телдәренә, шул иҫәптән ҡытай теленә тәржемә ителгән[7]. Ул — Европа үҙ-ара аңлашыуға индергән өлөшө өсөн Лейпциг китап премияһы лауреаты, 2005[8]. 2025 йылдың майында Дракулич 2024 йыл өсөн Хорватия журналистар ассоциацияһының тормош ҡаҙаныштары өсөн премияһына (Отокар Кершовани исемендәге премия) лайыҡ булған[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Slavenka Drakulic // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ Slavenka Drakulic // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #115770674 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ The Five Witches. womenineuropeanhistory.org. About Women in European History. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2026.
- ↑ Slavenka Drakulić. theguardian.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026. Архивировано 24 февраль 2021 года.
- ↑ Umrla je Slavenka Drakulić: Hrabro je razotkrivala sve rane našeg društva, patrijarhat, rat, pa i vlastitu bolest (хорв.) (20 июнь 2026).
- ↑ Chronik — Buchpreis zur Europäischen Verständigung. leipzig.de. Stadt Leipzig. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2026.
- ↑ 1 2 HND dodijelio nagrade: Znate li tko su novinari godine? Hrvatski glasnik (4 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
Һылтанмалар
- Биография, обзор творчества (инг.)
- На сайте Женщины в истории Европы 2018 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған. (инг.)
- Интервью, 2009 (инг.)
- Славенка Дракулич на радио Свобода (рус.)
- Отрывки из книги Как мы пережили коммунизм… (рус.)