Слупск


Слупск (пол. Słupsk), Штольп (нем. Stolp[5]) — Польша төньяғындағы ҡала, Поморье воеводствоһына ҡарай. Халыҡ һаны — 104 964 кеше (2006 йыл).

Хәле

Слупск ҡалаһы Слупск тигеҙлегенең Словин яр буйында — Кошалинский мезо төбәгендәге туристик үҙәге территорияһында урынлашҡан. Уның көнсығыш өлөшө Дамницкий ҡалҡыулығы менән тоташа. Слупск Слупи йылғаһы ярҙарында, Балтик диңгеҙенән алыҫ түгел (18 км алыҫлыҡта) һуҙылып ята (54°28´ төньяҡ киңлек һәм 17°02´көнсығыш оҙонлоҡта).

Климат

Слупскта континенталь климат. Яҡынса уртаса йыллыҡ температура +7 °C, уртаса йыллыҡ яуым-төшөм һаны яҡынса 600 мм, йылдың иң йылы айы — июль (тирбәлеүсе июль температураһы +11 °C +21 °C). Иң һыуыҡ ай — февраль (февралдең уртаса температураһы −5 °C 0 °C).

Иҫтәлекле урындары

  • Ҡала ратушаһы (1901 йылда төҙөлгән неоготика һәйкәле)
  • Мариацкий костелы(XIV быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән)
  • Изге Яцек доминикан костелы(бер нефлы XIV быуат костелы)
  • Померан герцогтары замогы (1508 йылда герцог Богуслав X хакимлыҡ иткән осорҙа төҙөлгән), унда Үҙәк Поморье музейы тора.
  • Яңы ҡапҡа (XIV быуатта готика стилендә төҙөлгән.)
  • Рихтер амбары (XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән) — хәҙерге ваҡытта Үҙәк Поморье музей филиалы.
  • Сихырсы манараһы (төҙөү XIV—XV быуаттарҙа сихырсы ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһе итеп төҙөлгән).
  • Поветовый староство (1903 йылда повет советы ихтыяждары өсөн файҙаланыуға бирелгән)
  • Асыҡ ҡала китапханаһы (готика стилендә XIV быуатта готика стилендә төҙөлгән).
  • Дауахананың Изге Юрий сиркәүе (XV быуат башында готика стилендә төҙөлгән.)
  • Төп почта (XIX быуаттың икенсе яртыһындағы неоготика кирбес бинаһы)
  • Святейшее сердце Иисуса католик сиркәүе
  • Изге апостолдар Петр һәм Павел православие сиркәүе

Спорт

Слупск спорты — тәү сиратта баскетболсыларҙың «Энергия черных» клубы, юғары лигала сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Поляк пианинио йәмғиәте сәнғәтенең фестивале Слупскиҙа үтә, шулай уҡ К. Комед исемендәге джаз фестивале, «Ч Неман нон-стоп» йәштәр фестивале, спорт бридж буйынса халыҡ-ара «Берҙәмлек» фестивале. Слупскиҙә Профессиональ театр, ҡурсаҡ театры «Йәйғор», үҙешмәкәр театр «Рондо» эшләй, ә йәйге каникул ваҡытында Грифиттарҙың билдәле йәкшәмбе йәрминкәләре үтә.

Белем

Юғары уҡыу йорттары

  • Поморье Академияһы
  • Хансеатик хакимиәте Юғары мәктәбе
  • Иҡтисад инженерияһының Юғары мәктәбе
  • Юғары эшҡыуарлыҡ һәм идара итеү мәктәбе

Америка ПРО системаһы

Польша территорияһында Америка ПРО-һының ракета-перехватчиктарын ил территорияһында урынлаштырыу тураһындағы 2008 йылғы килешеүҙәр нигеҙендә, был ракеталарҙы Слупскиҙан 5 км алыҫлыҡта торған Редзиковола урынлаштырасаҡтар. Слупск базаһын төҙөү 2014—2016 йылдарҙа тамамланырға тейеш[6].

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Категориялар