Совет Рәсәйенең Ҡораллы Көстәре

Совет Рәсәйенең Ҡораллы Көстәре[1][2] — РСФСР-ҙың 1918—1923 йылдар осоронда үҙаллы дәүләт булараҡ ҡораллы көстәре.

Хәрби идара органдарынан, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһынан (РККА) , Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл флотынан (РККФ) тора. 1923 йылда СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре тип үҙгәртелә.

Тарихы

1917 йылдың 26 октябрендә Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезының «Халыҡ комиссарҙары советын ойоштороу тураһында» декреты менән Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса комитеты ойошторола, 27 октябрҙә ул Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссарҙары советы (ХКС) тип үҙгәртелә. Уның нигеҙендә 1917 йылдың 23 ноябрендә РСФСР-ҙың Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариаты, ә 1918 йылдың февралендә РСФСР-ҙың Диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссариаты ойошторола[3].

Башта Совет хөкүмәте элекке армияны демократлаштырыу һәм демобилизациялау сәйәсәтен үткәрә, уны милиция системаһы һәм һайланған команда составы буйынса ойошторолған армия менән алмаштырырға иҫәп тота. Халыҡ Комиссарҙары Советы 1918 йылдың 15 (28) ғинуарындағы декреты нигеҙендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһын төҙөй, ә 1918 йылдың 29 (11 февраль) ғинуарында ирекле нигеҙҙә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл флотын төҙөү тураһында декрет ҡабул итә. Ҡыҙыл армия ойоштороу менән туранан-тура етәкселек итеү өсөн Бөтә Рәсәй коллегияһы булдырыла. Әммә 1918 йылдың февралендә герман һәм австрия-венгрия армияларының һөжүме большевиктарҙы ашығыс рәүештә үҙ регуляр армияһын булдырыуға этәрә[4].

1918 йылдың 4 мартында хәрби хәрәкәттәр һәм армия ойоштороу менән етәкселек итеү өсөн Юғары хәрби совет булдырыла. 8 апрелдә Халыҡ Комиссарҙары Советы хәрби эштәр буйынса волость, өйәҙ, губерна һәм округ комиссариаттарын ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә, 8 майҙа Ҡыҙыл армия төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй коллегияһы урынына Бөтә Рәсәй баш штаб (Всероглавштаб) булдырыла. Яңы орган ғәскәрҙәрҙе мобилизациялау, формалаштырыу, урынлаштырыу һәм өйрәтеү мәсьәләләрен хәл иткән юғары башҡарма орган була. Бөтә Рәсәй Башҡарма комитетының (ВЦИК) декретына ярашлы 22 апрелдә хеҙмәтсәндәрҙең дөйөм хәрби уҡыуы (Всевобуч) индерелә, командирҙар составын һайлау системаһы юҡҡа сығарыла. Армияла һәм флотта командир вазифаһына элекке офицерҙар һәм генералдар (хәрби белгестәр) йәлеп ителә башлай, бер үк ваҡытта хәрби комиссарҙар институты барлыҡҡа килә[5].

1918 йылдың ғинуарынан майына тиклем Ҡыҙыл армия һәм Ҡыҙыл флот ирекмәндәр менән тулыландырыла, булдырылған частарҙың һаны артыҡ ҙур булмай, 1918 йылдың 20 апреленә Ҡыҙыл армияла барлығы 196 мең кеше иҫәпләнә. Граждандар һуғышы шарттарында регуляр армия булдырыу маҡсатында 1918 йылдың 10 июлендә Советтарҙың V Бөтә Рәсәй съезы 18 йәштән 40 йәшкә тиклемге хеҙмәтсәндерҙең дөйөм хәрби йөкләмәһе нигеҙендә «Ҡыҙыл армия ойоштороу тураһында» ҡарар ҡабул итә. Мотлаҡ хәрби хеҙмәткә күсеү Ҡыҙыл армияның һанын тиҙ арала арттырыу мөмкинлеге бирә. 1918 йылдың сентябрь башында уның составында 550 мең кеше иҫәпләнә[5].

1918 йылдың 6 сентябрендә Совет республикаһын хәрби лагерь тип иғлан итеү менән бер үк ваҡытта Юғары хәрби советы урынына хәрби властың юғары органы булған Республика Революцион хәрби советы (Реввоенсовет, РВСР) төҙөлә. Уның функцияларына ғәскәрҙәр менән оператив һәм ойоштороу йәһәтенән идара итеү инә. Бер үк ваҡытта ғәмәлдәге армия етәксеһе һәм РВСР ағзаһы булған Республиканың барлыҡ Ҡораллы Көстәре Баш командующийы вазифаһы булдырыла. 1918 йылдың сентябрендә хәрби эштәр буйынса Наркоматтың функциялары һәм шәхси составы, ә 1918 йылдың декабрендә шулай уҡ диңгеҙ эштәре буйынса комиссариаттың да (уның аппараты Дингеҙ бүлеге сифатында инә) РВСР-ға тапшырыла. Ноябрҙә Республика Реввоенсоветының главкомға буйһонған һәм ғәскәрҙәрҙе әҙерләү һәм хәрби хәрәкәттәргә етәкселек итеү менән шөғөлләнгән Ялан штабы булдырыла. 1918 йылдың аҙағына нигеҙҙә үҙәк хәрби аппаратын төҙөү тамамлана һәм ул Граждандар һуғышының аҙағына тиклем Ҡораллы көстәр менән һөҙөмтәле идара итә[6][7].

1919 йылдың 1 июнендә Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитеты (ВЦИК) «Рәсәй, Украина, Латвия, Белоруссия һәм Литва Совет республикаларының хәрби көстәрен берләштереү тураһында» декрет ҡабул итә. Хәрби ойошманың һәм хәрби командованиеның берҙәм үҙәген берләштереү маҡсатында Хәрби ойоштороу-хужалыҡ союзы булдырыла. 1919 йылдың майына Ҡыҙыл армия һәм Ҡыҙыл флот һаны 1,6 миллион кешегә тиклем үҫә, 1920 йылдың мартына 2,6 миллион кешегә етә. 1921 йылдың 10 февралендә Бөтә Рәсәй Баш штабы һәм Республиканың Революцион хәрби советы (РВС) берләштерелеп, РККА Штабы булдырыла[6].

1919 йылдың июнендә Республика Революцион хәрби советының Диңгеҙ бүлеге бөтөрөлә. Республиканың бөтә Диңгеҙ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһы булдырыла, уға Республиканың бөтә диңгеҙ ғәскәрҙәре буйһона, уның ҡарамағында штаб ойошторола. Штаб 1920 йылдың июлендә — Республиканың бөтә Диңгеҙ ғәскәрҙәре штабы, ә 1922 йылда Республиканың Диңгеҙ штабы итеп үҙгәртелә[6].

1920 йылдың 1 ноябренә Ҡыҙыл Армияла 5,5 миллион кеше иҫәпләнә. 1917 йылдың октябренә 200 мең кеше тәшкил иткән офицер корпусынан Граждандар һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армияла һәм флотта, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 43 меңдән 75 меңгә тиклем кеше хеҙмәт иткән. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң демобилизация үткәрелә һәм 1923 йылдың башына хәрбиҙәрҙең һаны 600 мең кешегә тиклем кәметелә[5].

Идара итеү органдары

1922 йылға хәрби етәкселектең һәм үҙәк хәрби идаралыҡтың түбәндәге системаһы барлыҡҡа килә. Ил оборонаһы менән етәкселек, Ҡораллы Көстәрҙе төҙөү РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағында була. Властың Ғәҙәттән тыш органы — Эшсе һәм крәҫтиәндәр оборонаһы советы (1920 йылдың апреленән — Хеҙмәт һәм оборона советы) бөтә учреждениелар һәм ойошмалар эшмәкәрлеген берләштереү, Республиканың Ҡораллы көстәренең һәм оборонаһын нығытуына ресурстарҙы туплау бурыстарын башҡара[6].

Республика Реввоенсоветы туранан-тура Ҡораллы көстәр, шулай уҡ хәрби һәм диңгеҙ ведомстволары учреждениелары менән етәкселек итә. Ғәмәлдәге армия менән оператив-стратегик етәкселек Баш командующийға йөкмәтелә, шул уҡ ваҡытта ул үҙе Респубика Революцион Хәрби Советы (РСВР) рәйесе алдында яуаплы була[6].

Респубика Революцион Хәрби Советы (РВСР) ҡарамағында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА) штабы; Сәйәси идаралыҡ; Эштәр идаралығы; финанс бүлеге; Артиллерия, Хәрби-инженер, Ҡыҙыл һауа флоты, Санитар, Үҙәк тәьминәт идаралығының төп идаралыҡтары; Хәрби-ҡануниәт советы; Юғары хәрби инспекция; Хәрби-диңгеҙ инспекцияһы; Республиканың Революцион Хәрби трибуналы була[6].

Хәрби-Диңгеҙ Флотының идаралығының структураһы түбәндәгесә була. Диңгеҙ көстәрен Бөтә диңгеҙ көстәре командующийы етәкләй (коморси), 1921 йылдың авгусынан ул диңгеҙ эштәре буйынса Баш командующий (Главком) ярҙамсыһы була һәм туранан-тура Республиканың Революцион хәрби советына буйһона, ә оператив-сафтар мәсьәләләре буйынса — Главкомға. Коморси ҡарамағында Диңгеҙ ведомствоһының эштәр идаралығы, Диңгеҙ штабы, Баш диңгеҙ техник-хужалыҡ идаралығы, Хәрби-диңгеҙ уҡыу йорттары идаралығы, Баш гидрография идаралығы, диңгеҙ көстәре начальниктары, флотилиялар командующийҙары, редакция-нәшриәт бүлеге, фәнни-техник комитет була. Партия-сәйәси эш менән флотта Ҡыҙыл Армияның сәйәси идаралығының (ПУР) диңгеҙ бүлеге етәкселек итә (1922 йылдың 1 мартында булдырыла)[6].

Етәкселек

Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса комитет (совет), (26 октябрь 1917 — 23 ноябрь 1917), составы[4]:

  • В. А. Антонов-Овсеенко;
  • Н. В. Крыленко;
  • П. Е. Дыбенко.

Рәсәй Республикаһы Армия һәм флотының Юғары Баш Командующийы

  • Н. В. Крыленко[4] (9 ноябрь 1917 — 9 март 1918)

РСФСР-ҙың хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары

  • Н. И. Подвойский[4] — (23 ноябрь 1917 — 13 март 1918)
  • Л. Д. Троцкий (14 март 1918 — 12 ноябрь 1923)

РСФСР-ҙың диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары

  • П. Е. Дыбенко[4] (14 ноябрь 1917 — 13 март 1918) (башта — Юғары Диңгеҙ Коллегияһы рәйесе)
  • Л. Д. Троцкий (14 март 1918 — 12 ноябрь 1923)

Республиканың Революцион хәрби советы (РВСР) рәйесе

  • Л. Д. Троцкий[4] (6 сентябрь 1918 — 26 ғинуар 1925), 1923 йылдың 28 авгусынан — СССР-ҙың Революцион хәрби советы (РВС) рәйесе

Республиканың Ҡораллы Көстәре Баш командующийы

  • И. И. Вацетис (1 сентябрь 1918 — 9 июль 1919)
  • С. С. Каменев (9 июль 1919 г — 28 апрель 1924), 1923 йылдың 28 авгусынан — СССР Ҡораллы Көстәре Баш командующийы

Республиканың Диңгеҙ Көстәре Баш командующийы

  • В. М. Альтфатер (12 октябрь 1918 — 22 апрель 1919)
  • Е. А. Беренс (24 апрель 1919 — 5 февраль 1920);
  • А. В. Немитц (5 февраль 1920 — 22 ноябрь 1921)
  • Э. С. Панцержанский (22 ноябрь 1921 — 9 декабрь 1924), 1923 йылдан — СССР-ҙың Диңгеҙ Көстәре командующийы

Структураһы

undefined

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы

Ҡоро ер ғәскәрҙәре

РККА-ның ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп төрө. Төп тактик берләшмә булып уҡсылар дивизияһы тора, уның составына дөйөм ғәскәр тактик берләшмә булараҡ — бригадалар, бригадалар составына үҙаллы административ-хужалыҡ һәм тактик берекмә булараҡ уҡсылар полкы инә. Армия ойошторолған осорҙа айырым операция йүнәлештәрендә ҡораллы көрәш нөктәләре барлыҡҡа килгәндән һуң фронттар һәм армиялар тип исемләнгән формированиелар ойошторола. Граждандар һуғышы барышында хәрби хәрәкәтәрҙең тамамланыуы йәки ҡыҫҡартылыуы, шулай уҡ РККА-ның һан яғынан кәметелеүе сәбәпле фронттар һәм армиялар бөтөрөлә. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң юғары дөйөм ғәскәри тактик берләшмә булып уҡсылар корпусы тора[8].

Кавалерия

Ҡоро ер ғәскәрҙәрҙең төрө булараҡ кавалерия (атлы ғәскәр) башҡарылған бурыстарынан сығып ғәскәри (дивизия) һәм стратегик кавалерияға (фронт, армия) бүленә. Ғәскәри кавалерия үҙенең дивизиялары мәнфәғәтендә тактик бурыстарҙы үтәү өсөн тәғәйенләнә. Стратегик кавалерия фронттың (армияның) оператив бурыстарын үтәү өсөн тәғәйенләнә, һөжүм операцияларына киң йәйелергә мөмкинлек бирә, дошман тылына тәрән рейдтар яһай, етеҙ маневрҙарға һәләтлеген оҫта файҙалана. Стратегик кавалерияла төп тактик берләшмә — кавалерия дивизияһы, юғары оператив-тактик берләшмә булып кавалерия (атлы ғәскәр) корпусы тора. Тактик берләшмәләр сифатында айырым кавалерия бригадалары булдырыла. Граждандар һуғышы осоронда 1-се һәм 2-се Атлы армиялар ойошторола. Граждандар һуғышының аҙағында стратегик кавалерия составында 4 атлы корпус, 27 кавдивизия (88192 яугир) һәм 7 айырым кавбригада (13525 яугир) ғәмәлдә була. 1921 йылдың аҙағына кавалерия дивизияларының һаны һәм иҫәбе — 11-гә, ә айырым кавбригадалар 4-кә тиклем ҡыҫҡартыла, дивизияларҙың бер өлөшө 1-се һәм 2-се атлы корпустарына, шулай уҡ 1-се Атлы армияға берләштерелә[8].

Артиллерия

Ҡоро ер ғәскәрҙәре төрө булараҡ артиллерия берләшмәләрҙән, частарҙан һәм подразделениеларҙан тора, улар, үҙ сиратында, берекмәләргә, берләшмәләргә, частарға йәки Баш командованиеның резервына инә. Хәрби тәғәйенлеше һәм ҡорал төрҙәре буйынса ялан, траншея, ауыр махсус тәғәйенлешле, зенит (самолеттарға ҡаршы) артиллерияға бүленә. Ялан артиллерияһы уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составына инә һәм ялан еңел, атлы, таулы һәм ауыр яланға бүленә. Махсус тәғәйенләнешле ауыр артиллерия (ТАОН) Главком ҡарамағында була, төп стратегик йүнәлештәрҙә һуғышҡан фронттарҙы һәм армияларҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. Траншея артиллерияһы уҡсылар полкы составына инә, зенит — ялан һәм ТАОН составына. Граждандар һуғышы осоронда РККА-ла 1918 йылдың аҙағында − 1700, 1919 йылдың уртаһында — 2292, ә 1920 йылдың аҙағында 2964 орудие иҫәпләнә[8][9].

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл һауа флоты

Ҡыҙыл Армия составында ярҙамсы ғәскәр төрө булып һанала. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл һауа флоты (РККВФ) авиацияға һәм һауала осоуға бүленә. Уның менән 1918 йылдың 24 майында булдырылған РККВФ-ның Баш идаралығы идара итә, ә фронттарҙа шул уҡ йылдың сентябренән етәкселекте ғәмәлдәге армияның Авиация һәм һауала осоу ялан идаралығы башҡара. РККВФ-ла төп ойоштороусы берекмә сифатында 6 самолеттан торған авиация отряды һәм бер станциялы һауала осоусы отряд тора. 3—4 авиаотряд авиация дивизионына берләшә. Ҡоро ер ғәскәрҙере хәрәкәттәренең хәл иткес йүнәлештәрендә авиаотрядтар йыш ҡына авиатөркөмдәргә берләштерелә. Шулай уҡ 1920 йылдың мартынан РККВФ-ның баш идаралығына буйһонған диңгеҙ авиацияһы ла ғәмәлдә була[10].

Бронялы көстәр

undefined

Ҡоро ер ғәскәрҙәре төрө булараҡ бронялы көстәр элекке армияның бронялы техникаһы нигеҙендә булдырыла башлай. Тәүҙә улар автобронялы отрядтарҙан һәм бронепоездарҙан тора. Уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составында булалар йәки айырым часть хоҡуғында фронттарҙың һәм армияларҙың командованиеһына биреләләр. Граждандар һуғышы осоронда автобронялы ғәскәрҙәр икеләтә буйһоноуҙа була. Ойоштороу, техник һәм хужалыҡ яҡынан Центробронь (1918 йылдың авгусына тиклем), һуңынан — Үҙәк (1919 йылдың ғинуарынан Баш) броня идаралығы, 1919 йылдың октябренән — Ҡыҙыл Армияның Баш хәрби-инженер идаралығының (ГВИУ) броня бүлеге, 1921 йылдың майында РККА-ның бронялы көстәре начальнигы Идаралығы, урындарҙа округтарҙың тейешле бүлектәре етәкселек итә. Хәрби һәм оператив етәкселекте РВСР Ялан штабының бронечастар инспекторҙары, фронттар, армиялар һәм берләшмәләр штабтары башҡара. 1920 йылдың һуңына Ҡыҙыл Армияланан торған бронялыв көстәр була 49 автобронеотряд, 122 бронепоезд, 8 бронелетучка, 13 десант отряды, бер ремонт бригадаһы[6].

Инженер ғәскәрҙәре

Инженер ғәскәрҙәре ярҙамсы ғәскәр төрө була. Улар нығытма райондарҙы, оборона рубеждарын төҙөү, юлдарҙы күперҙәрҙе һәм йылға аша сығыу сараларын әҙерләү һәм тәртиптә тотоу өсөн тәғәйенләнә. Баш хәрби-инженер идаралыҡ (ГВИУ) һәм уның органдары — округтарҙың хәрби-инженер идаралыҡтары 1918 йылдың февралендә булдырыла. Идаралыҡҡа ил территорияһын обороналау буйынса етәкселек, шулай уҡ инженер частарын булдырыу һәм ҡоралландырыу йөкмәтелә. РККА-ла 1919 йылдың 1 декабренә 33 инженер батальоны, 135 сапер ротаһы, 21 айырым юл-күпер ротаһы, 5 инженер паркы, 30 инженер паркы взводы, 4 понтон батальоны, өс мина-шартлатыу дивизионы, мотор-понтон батальоны, ике маскировка ротаһы була[6].

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл флот

Граждандар һуғышы йылдарында Балтик флоты Совет Рәсәйенең берҙән-бер флоты була. Был осорҙа күп кенә караптар ремонтҡа мохтаж була, караптарҙың бер өлөшөн белгестәрҙең, шулай уҡ яғыулыҡ һәм боеприпастарҙың етешмәүе сәбәпле, ваҡытлыса өулланмай торорға тура килә. Төҙөк караптарҙан Хәрәкәт итеүсе караптар отряды (ДОТ) булдырыла. Шулай уҡ Граждандар һуғышы йылдарында 30-ҙан ашыу диңгеҙ, күл һәм йылға флотилияһы ойошторола. Улар араһында иң билдәлеләре — Волга, Каспий, Днепр, Төньяҡ Двина, Онега һәм Азов хәрби флотилиялары[11][12].

Хәрби ғәмәлдәр

Иҫкәрмәләр

  1. Вооружённые Силы Республики // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: 1983. С. 113
  2. «49. Ведению Всероссийского Съезда Советов и Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета Советов подлежат все вопросы общегосударственного значения, как-то: … н) Установление основ организации вооруженных сил Российской Социалистической Федеративной Советской Республики.» Конституция РСФСР 1918-го года
  3. Борисов В. А. Высшие органы военного руководства СССР, 1923−1991 гг.
  4. 1 2 3 4 5 6 Войтиков С. С. Развитие взглядов высшего руководства Советской России на военное строительство в ноябре 1917 — марте 1918 г.
  5. 1 2 3 [ СССР. Вооруженные Силы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  6. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Центральный государственный архив Советской армии. В двух томах. Том 1. Путеводитель. 1991
  7. Войтиков С. С. Строительство центрального военного аппарата Советской России (1918 Г.). Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук. Москва, 2011.
  8. 1 2 3 Центральный государственный архив Советской армии (с июня 1992 г. Российский государственный военный архив). В двух томах. Том 2. Путеводитель. 1993
  9. Оргагизация артиллерии 1921—1932 гг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2011. Архивировано 28 ноябрь 2010 года.
  10. Красный воздушный флот // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия.
  11. Ю. Г. Степанов, И. Ф. Цветков. Эскадренный миноносец «Новик».—Л.: Судостроение, 1981. —224 с.
  12. Военно-морской флот // БСЭ (3-е издание)

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә