Соколов Алексей Григорьевич

Соколов Алексей Григорьевич (19111985) — Башҡорт АССР-ының дәүләт именлеге халыҡ комиссары, генерал-майор[1] (1945).

Биографияһы

Алексей Григорьевич Соколов 1911 йылда эшсе-металсы ғаиләһендә тыуа. 1926 йылдың сентябренән 1929 йылдың июленә тиклем И. В. Сталин исемендәге Ленинград металл заводы ҡарамағындағы фабрика-завод мәктәбендә уҡый, 1929 йылдың декабренән 1930 йылдың декабренә тиклем сүкеп тамға һалыусы булып эшләй. 1930 йылдың апреленән ВКП(Б) ағзаһы (1926—1934 йылдарҙа — ВЛКСМ ағзаһы). 1931 йылдың декабренән 1933 йылдың ғинуарына тиклем «Центролит» Ленинград суйын ҡойоу заводының ВЛКСМ комитеты секретары була, һуңынан, 1933 йылдың сентябренә тиклем, Төҙөүселәр берлегенең Ленинград өлкә комитеты инструкторы. 1933 йылдың сентябренән 1934 йылдың ғинуарына тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә, Кремлде һаҡлай. 1934 йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем ҡабаттан Төҙөүселәр берлегенең Ленинград өлкә комитеты инструкторы. 1934 йылдың сентябренән 1936 йылдың апреленә тиклем Профсоюз хәрәкәтенең юғары мәктәбендә уҡый. 1936 йылдың июненән 1938 йылдың ғинуарына тиклем Профсоюз хәрәкәте юғраы мәктәбенең ВКП(Б) комитеты секретары. 1938 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Петроград район комитетының партия органдары бүлеге, ВКП(Б) Ленинград ҡала комитетының партия кадрҙары бүлеге инструкторы.

1939 йылдың 17 ғинуарынан 1945 йылдың 14 июненә тиклем Башҡорт АССР-ының эске эштәр һәм дәүләт именлеге халыҡ комиссары. Һуңынан 1950 йылдың 16 сентябренә тиклем Омск өлкәһе буйынса НКГБ — МГБ идаралығы начальнигы, 1953 йылдың 16 мартына тиклем Һарытау өлкәһе буйынса МГБ идаралығы начальнигы, 1954 йылдың 26 мартына тиклем Һарытау өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы начальнигы, 1956 йылдың 23 апреленә тиклем Һарытау өлкәһе буйынса КГБ идаралығы начальнигы була[2]. 1956 йылдың 23 апреленән 1958 йылдың 2 авгусына тиклем — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ-ның Албания Халыҡ Социалистик Республикаһында өлкән кәңәшсеһе[3]. 1958 йылдың авгусынан 1959 йылдың ғинуарына тиклем СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ-ның резервында тора.

1959 йылдың ғинуарынан 1966 йылдың июленә тиклем СССР-ҙың уртаса машиналар эшләү министрлығының «В» лабораторияһы директорының режим һәм һаҡ буйынса ярҙамсыһы. Һуңынан 1969 йылдың июненә тиклем Физика-энергетика институты директорының режим буйынса урынбаҫары, аҙаҡтан 1974 йылдың мартына тиклем шунда уҡ Халыҡ-ара бәйләнештәр төркөмөнөң өлкән инспекторы. 1974 йылдың мартынан хаҡлы ялда. 1985 йылдың ғинуарында вафат була.

Дәрәжәләре

  • дәүләт именлеге капитаны (17.01.1939);
  • дәүләт именлеге полковнигы (14.02.1943);
  • дәүләт именлеге комиссары (18.03.1944);
  • генерал-майор (09.07.1945).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Почёт билдәһе» ордены (26.04.1940);
  • «НКВД-ның атҡаҙанған хеҙмәткәре» билдәһе (04.02.1942);
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (20.09.1943);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.03.1944);
  • «Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре» (23.12.1957);
  • 10 миҙал;
  • «50 лет пребывания в КПСС сафында 50 йыл» билдәһе.

Иҫкәрмәләр

  1. Хроника великой войны " Участники " Соколов, Алексей Григорьевич " Биография. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2014. Архивировано 5 март 2016 года.
  2. УКГБ по Саратовской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2014. Архивировано 8 август 2014 года.
  3. Аппарат старшего советника – старшего консультанта КГБ в НСРА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2014. Архивировано 23 февраль 2016 года.

Әҙәбиәт

Петров Н. В., Скоркин К. В. Кто руководил НКВД 1934—1941. — М.: 1999.