Соколов
Соколов — фамилия.
- Соколов Михаил Анисимович (12.01.1925 — 14.01.2003) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы.
- Соколов Сергей Леонидович (18.06(1.07.).1911 — 31.08.2012) — совет хәрби етәксеһе. Советтар Союзы Маршалы (1978), Советтар Союзы Геройы (1980). СССР оборона министры (1984—1987). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1968—1989).
- Соколов Алексей Григорьевич (1911—1985) — Башҡорт АССР-ының дәүләт именлеге халыҡ комиссары, генерал-майор (1945).
- Соколов Леонид Алексеевич (8.07.1953) — Башҡортостандың сатира һәм юмор өлкәһендә ижад итеүсе рус яҙыусыһы. 2013 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары берләшмәһенең өлкән әҙәби консультанты. 1994 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). «Клуб 12 стульев» ойошмаһының «Золотой телёнок» премияһы (2017) һәм Фәтих Кәрим исемендәге премия (2015) лауреаты.
- Соколов Вадим Васильевич (29.05.1960) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (1990 йылдан). Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 4-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2003 йылдан).
- Соколов Дмитрий Петрович (20.05.1924 — 4.07.2009) — совет спортсыһы һәм тренеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Саңғы ярышы (1952), биатлон (1958) һәм стендҡа атыу (1960) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1965). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Соколов Игорь Александрович (2.01.1958) — хәрәкәт итеүсе сәптәргә атыусы СССР спортсыһы, Олимпия чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1980). Пуля менән атыу буйынса бөтә союз категорияһындағы судья (1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1995).
- Соколов Николай Матвеевич (1859—1906 йылдар) — архитектор, Дондағы Ростов ҡалаһының элекке баш архитекторы (1887 йыл).
- Соколов Владимир Михайлович (15.03.1939 — 11.01.2017) — спортсы һәм тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
- Соколов Владимир Вячеславович (9.08.1952) — СССР һәм Рәсәй математигы, һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы өлкәһендәге белгес. Физика‑математика фәндәре докторы (1990), профессор (1997), БАССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1983). С. В. Ковалевская исемендәге премия лауреаты (2007)