Соколов Михаил Анисимович
Михаил Анисимович Соколов (1925 йылдың 12 ғинуары, Яңы Останков, Башҡорт АССР-ы — 2003 йылдың 14 ғинуары, Өфө) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, агроном. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы.
Биография
Соколов Михаил Анисимович 1925 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Яңы Останков ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Урыҫ. 1951 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы.
Күрше Шаран районының Васильевка ауылы мәктәбендә 6-сы класты тамамлай. Баҡалы районының «Ҡыҙыл яугир» колхозында эшләй.
1943 йылдың 8 ғинуарында Баҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдың февраленән хәрәкәт итеүсе армияла.
Кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1-се Украина фронты 13-сө армияһының 112-се уҡсылар дивизияһы уҡсылар полкының взвод командиры лейтенант Михаил Соколов 1945 йылдың 27 ғинуарында Домбзенда батырлыҡ күрһәтә (хәҙерге Domaszków, Волув гмина, Волувский повенок, Нижнесилезский воеводалығы, Польша). Лейтенант Соколов Михаил Анисимовичҡа 1945 йылдың 10 апрелендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2].
Һуғыштан һуң өлкән лейтенант М. А. Соколов — запаста. Башҡортостандың Баҡалы районына ҡайта. Яңы Гусев башланғыс мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы була, артабан «Ҡыҙыл яугир» колхозында эшләй.
1957 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Баҡалы һәм Өфө райондарында агроном булып эшләй. 1980 йылға тиклем — Өфө ҡалаһында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының дәүләт инспекцияһында өлкән агроном-инспекторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. 2000 йылда уға «Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы муниципаль районының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
2003 йылдың 14 ғинуарында Өфөлә вафат була[1], Төньяҡ зыяратта ерләнә.
Батырлығы
416-сы уҡсылар полкы (112-се уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, 1-се Украина фронты) 2-се уҡсылар батальонының взвод командиры, лейтенант, комсомолец Михаил Соколов, сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, 1945 йылдың 27 ғинуарында үҙенең взводы менән Польшаның Сьцинава ҡалаһынан көньяҡтараҡ урынлашҡан Домбзен эргәһендә Одер йылғаһы аша сыға. Дошмандың күп һөжүмен кире ҡағып, өҫтәмә көс килгәнсе рубежды һаҡлап ҡала[4][3].
1945 йылдың 10 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, командованиеның (рус.)баш. хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, лейтенант Соколов Михаил Анисимовичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6668) тапшырыла[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (10.04.1945);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945);
- Ленин ордены (10.04.1945);
- Октябрь Революцияһы ордены;
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (06.11.1947);
- миҙалдар;
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы;
- Баҡалы районының почётлы гражданы (2000).
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Михаил Анисимович Соколовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы муниципаль (рус.)баш. районының Иҫке Ҡорос ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Баҡалы ауылында урам Герой исемен йөрөтә;
- Баҡалы районының Балсыҡлы ауылында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2024).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Соколов Михаил Анисимович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Соколов Михаил Анисимович. Министерство обороны Российской Федерации. Сайт «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Герои Советского Союза из Уфы. Соколов Михаил Анисимович. Сайт «Герои Уфы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Соколов Михаил Анисимович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Платонов, М. Стойкость: [о Соколове Михаиле Анисимовиче] / М. Платонов // Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза. Кн. 2 / составители А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа : Башкирское книжное издательство. — С. 370—376. (рус.)
- Соколов Михаил Анисимович // Подвиги их — бессмертны: справочник / авторы-составители Р. А. Валишин, А. М. Бакирова, Т. Г. Денисламова [и др.]. — Уфа : Китап. — С. 307. (рус.)
- Сотников, Иван Незабываемый плацдарм: очерк / И.Сотников . — Текст : непосредственный // // Высоты мужества: сборник очерков / сост. М. Г. Свиридов . — Уфа; Башкнигоиздат, 1982 . — С. 70 — 88. (рус.)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Соколов Михаил Анисимович (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025) (рус.)
- Республиканский музей боевой славы: Соколов Михаил Анисимович (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025) (рус.)