Соколов Вадим Васильевич

Вадим Васильевич Соколов (1960 йылдың 29 майы, Йомаш, Башҡорт АССР-ы) — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре. Саҡмағош районы «„Базы“ ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2017 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 4—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2008 йылдан). Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2003). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары (2026) кавалеры[1].

Биографияһы

Вадим Васильевич Соколов 1960 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Йомаш ауылында тыуған[2].

Хеҙмәт юлын 1978 йылда тыуған районының «Базы» колхозында тракторист-комбайнер булып башлай. Артабан саҡырыу буйынса ике йыл СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә[1].

1981—1990 йылдарҙа тыуған колхозында тракторист, комсомол ойошмаһы секретары, артабан партия ойошмаһы секретары булып эшләй[2].

1990 йылдан — «Базы» колхозы, 2000 йылдан — «Базы» ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе, 2017 йылдан — «„Базы“ ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[1][3].

1991 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында тарихсы квалификацияһы (рус.)баш. буйынса «тарих Һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы» һөнәрен ала[3].

2003 йылда, «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты»[3] ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, Ырымбур дәүләт аграр университетында «Мясная продуктивность бычков чёрно-пестрой породы и её голштинизированных помесей» тигән темаға диссертация (рус.)баш. яҡлай[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының:
    • 58-се Саҡмағош һайлау округынан дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы ағзаһы[1];
    • 54-се Рәжәп һайлау округынан бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы ағзаһы[1];
    • 54-се Рәжәп һайлау округынан алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты ағзаһы[1];
    • 54-се Рәжәп һайлау округынан етенсе саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты ағзаһы һәм комитет рәйесе урынбаҫары[5].
  • «Атайсал» проектының әүҙем ҡатнашыусыһы[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998);
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2002);
  • Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2004);
  • Халыҡ академигы Терентий Мальцев исемендәге миҙал (2005);
  • Салауат Юлаев ордены (2006);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007);
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2012);
  • «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (2018);
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019);
  • «Ауыл хужалығындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2020)[7];
  • Рәсәй ауыл хужалығы комплексының почётлы хеҙмәткәре.

Ғаиләһе

Ул һәм ике ҡыҙ атаһы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Депутаты Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан. Соколов Вадим Васильевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 Соколов Вадим Васильевич – биография. Сетевое издание «Информационно-аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон) (9 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 Лица Партии. Соколов Вадим Васильевич. Партия «Единая Россия». Региональные отделения. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
  4. Мясная продуктивность бычков чёрно-пестрой породы и её голштинизированных помесей : автореферат дис. ... кандидата сельскохозяйственных наук : 06.02.04 / Соколов Вадим Васильевич; [Место защиты: Оренбургский государственный аграрный университете]. — Оренбург, 2003. — 18 с. Российская государственная библиотека. Официальный сайт (2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
  5. Комитет по аграрным вопросам, экологии и природопользованию. Соколов Вадим Васильевич. Заместитель председателя. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
  6. В Башкирии одним из самых активных участников проекта «Атайсал» стал чекмагушевец Вадим Соколов. Молодёжная газета. Официальный сайт (25 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
  7. Соколов Вадим Васильевич. Сайт «Награды России» (21 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)

Категориялар