Сонгкран

Сонгкран (тай. สงกรานต์) — йыл һайын апрелдә билдәләнгән тай Яңы йылы[1][2]. Буддизмдың ғаилә байрамы тип һанала[3].

Таиландтың ҡайһы бер төбәктәрендә байрам 10 көн дауам итеүе мөмкин, бик йыш 13-15 йәиһә 11-18 апрелдә билдәләнә[2]. Таиландтың «Пхыа Тхаи» идара итеүсе партияһы лидеры Пэтонгтарн Чинават, 2024 йылда Сонгкранды байрам итеү беренсе тапҡыр бер айға һуҙыла, тип иғлан итә[4].

Байрам менән ғәҙәттәгесә «Sawasdee pi mai!» (Яңы йыл менән!) тип ҡотлайҙар[5].

2023 йылда тайҙарҙың Яңы йылды билдәләгән милли байрамы Сонгкран ЮНЕСКО-ның матди булмаған мираҫы исемлегенә керә[6][7].

Әһәмиәте

Таиландтың боронғо байрамдарының береһе булған Сонгкран боронғо һинд календары (Веда астрологияһы — көнбайыш илдәрендә ҡабул ителгәнсә тропик түгел, ә йондоҙнамә циклына нигеҙләнә) буйынса йыл алмашыныуын белдерә. Был ваҡытта Ҡояш Балыҡтар йондоҙлоғонан Ҡуҙы йондоҙлоғона күсә, шулай уҡ миҙгел дә үҙгәрә. Таиландта йылдың өс миҙгеле бар: ямғырҙар миҙгеле, һалҡын һәм эҫе миҙгелдәр[8].

Традицион тай календары буйынса, бишенсе айҙа беренсе яңы ай Яңы йыл тип һанала. Ғәҙәттә, ул 13 апрелгә тура килә[6].

Тай Яңы йылында эҫе миҙгел тамамланып, ямғырҙар миҙгеле башлана. Яңы миҙгел башланыуы традицион Кхао Пханса менән билдәләнә[9]. Байрамдың тарихи аныҡ датаһы астрономик ысулдар менән иҫәпләп сығарыла, әммә һуңыраҡ тай Яңы йылын аныҡ даталарҙа билдәләү индерелә[10].

Тарихы

Киң таралған версия буйынса, байрамдың тарихы Боронғо Һиндостанға барып тоташа һәм «сонгкран» атамаһын да шунан ала. Санскриттан тәржемә иткәгдә Songkranti «хәрәкәт, күсеү» тигәнде аңлата. Был осраҡта йыл миҙгелдәре алмашына[11].

Хәҙер Таиландта Сонгкран байрамы көндәре рәсми рәүештә ял көндәре булып тора, байрам каникулдары, ҡағиҙә булараҡ, бер көн алдан башлана[2].

1988 йылға тиклем Сонгскран Таиландта Яңы йылдың берҙән-бер варианты була, ә 1940 йылда ил донъяның күпселек дәүләттәре менән бергә йыл башын рәсми рәүештә 1 ғинуар тип ҡабул итә. Шуға ҡарамаҫтан, традицион Яңы йыл булараҡ, Сонгскран һаҡланып ҡала һәм популярлығын юғалтмай[12].

Сонгкранды 13-15 апрелдә билдәләү 1948 йылда, байрам беренсе тапҡыр рәсми статус алғас башлана. Ни өсөн тап ошо көндәр һайланғанына дәлил юҡ[13].

Байрам ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары

Был көндә будда философияһына ихтирам йөҙөнән будда дине руханиҙарына ләзиз ризыҡ килтерелә. Өйҙәрҙәге Будда статуяһы рауза һәм йәсмин таждары һалынған таҙа һыу менән йыуыла. Тай йәштәре был көндә бик йыш урамда бер-береһен һыу менән ҡойондора[14]. Был ғәҙәт ошо байрам менән бәйле иң билдәлеһе[15].

Таиландта Сонгкран көнө монахтарға (тхам бун), башҡа көндәрҙәгенән айырмалы, саҙаҡаны күпләп биреүҙән башлана. Был ваҡытта ҡорамдарҙа йола уҙғарыла: тайҙар өйҙә бешерелгән тәм-томдо пальма япрағына төрөп, саҙаҡа менән бергә килтерә, кискә табан «ко саи» йолаһы үткәрелә — аҡ ҡомдо йыйып, уны ҡорамға алып киләләр һәм Будданы һәм уның уҡыусыларын ҙурлап, вихана тирәләй ошо ҡомдан бәләкәй чеди (ступа) төҙөйҙәр[8].

undefined

Төрлө провинцияларҙа йолалар айырылырға мөмкин, әммә уларҙың асылы Сонгкрандың берҙәм традицияларына буйһона. Шулай уҡ фестивалде уҙғарыу ваҡыты ла төрлөсә, байрам башы алдан хәбәр ителә. Бангкокта фестиваль ғәҙәттә 13 апрелдә, Чиангмайҙа 11 апрелдә үтә. Был ҡалаларҙа байрам киң ҡолас менән үтә[10].

Төньяҡ төбәктәрҙә байрам оҙағыраҡҡа һуҙыла, көньяҡта — ҡыҫҡараҡ. Шул уҡ ваҡытта ни бары өс мөһим байрамдың: 13 апрель (Mah.a Songkran Day), 14 апрель (Wan Nao) һәм 15 апрель (Wan Thaloeng Sok) атамаһы бар[8].

Байрамдың төп көндәренең әһәмиәте

Тай Яңы йылының өс көнөнөң һәр ҡайһыһының үҙ атамаһы ғына түгел, һәр ҡайһыһының мәғәнәһе лә бар[16].

Беренсе көн, Maha Songkran Day (йәки «Бөйөк Сонгкран»), ғәҙәттә, Оло йәштәгеләр көнө, тип һанала һәм, ҡағиҙә булараҡ, дәүләт кимәлендә шулай тип иғлан ителә. Байрамдың беренсе көнөндә ғаиләләрҙә ололарға бүләктәр, тәм-том биреп, ихтирам күрһәтәләр[4]. Бынан тыш, 13 апрель Wan Sungkharn Long тип атала һәм иҫке йыл менән хушлашыуға арнала. Был көндә өй таҙарталар, ҡорамдарҙа Song Nam Phra йолаһы уҙғарыла, уның барышында Будда статуяһына Nam Ob хушбуйы һалынып махсус әҙерләнгән һыу ҡойола[8].

Байрамдың икенсе көнө, Wan Nao, борондан Ғаилә көнө тип атала. Был көндә ғаиләләге йәш быуын махсус әҙерләнгән һыу менән ата-әсәһенең аяғын йыуа. Йола Rat Nam Dam Hua тип атала. Ҡайһы бер төбәктәрҙә аяҡ йыуыу урынына ҡулдарға һыу һалып торалар. Ата-әсә балаларына фатиха биреп, уларға йәсминдән эшләнгән гирлянда кейҙерә[10].

Байрамдың өсөнсө көнө Wan Thaloeng Sok тип атала, ғәмәлдә ул тай Яңы йылының беренсе көнөнә тура килә һәм уның икенсе атамаһы — Wan Payawan. Был көндә Будданы йәсмин һалынған һыу менән йыуыу йолаһы үткәрелә, шулай уҡ урамда байрам ойошторола[10].

Байрам символикаһында һыуҙың әһәмиәте

Байрамда һыу менән ҡойондороу дөгөнән яҡшы уңыш алыу өсөн ямғырҙар миҙгелен саҡырыуҙы символлаштыра[11]. Боронғо замандарҙа һинд мәҙәниәте сауҙа юлдары аша Индокитайҙың бөтә территорияһында, Малакка утрауҙарын да индереп, киң тарала. Шуға күрә был фестивалде хәҙер Таиланд менән күрше булған һәм дөгө культураһы төп ризыҡ булып торған дәүләттәр ҙә билдәләй[17].

Ваҡыт үтеү менән һыу менән ҡойондороу буддизм һәм эҫе миҙгел тамамланыуға бәйле тағы ла икенсе мәғәнәләргә эйә була. Һыу уҙған йыл буйына йыйылған барлыҡ кире нәмәләрҙән таҙарта, эҫе ваҡытта еләҫлек бирә. Бынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусыларға аҡ балсыҡ һыларға йәки тальк һибергә мөмкиндәр, был да таҙарыныуҙы аңлата[2].

Йола булараҡ, Сонгкранда туристик райондар менән сағыштырғанда, һыу менән ныҡ ҡойондормайҙар. Будда скульптураһына ҙур булмаған һауыттан ҡоялар. Кешеләрҙе лә шундай һауыттарҙан ҡойондоралар[17]. Шулай уҡ һыу һибергә ярамаған категория ла бар: монахтар, балалар һәм оло йәштәгеләр[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. Which Month is Best to Visit Bangkok? (ингл.). Thai Embassy (5 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  2. 1 2 3 4 National Holidays in Thailand for Year 2020 (ингл.). Thai Embassy (5 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  3. Тайский Новый год Сонгкран включили ЮНЕСКО в список нематериального культурного наследия. ТАСС (6 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  4. 1 2 Songkran to be celebrated for entire April next year under soft power plan (ингл.). The​ Nation Thailand (8 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  5. Мокрый Новый год в Таиланде. Коммерсант (13 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  6. 1 2 Праздник Сонгкран, тайский Новый год, вошел в Список ЮНЕСКО. РИА Новости (7 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2023.
  7. UNESCO Has Officially Designated 'Songkran In Thailand, Traditional Thai New Year Festival', As An Intangible Cultural Heritage (ингл.). Tourism Authority of Thailand (6 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  8. 1 2 3 4 Songkran to be celebrated for entire April next year under soft power plan (ингл.). The​ Nation Thailand (2 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  9. Сонгкран. Этнографический парк-музей Этномир. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  10. 1 2 3 4 Тайский Новый год Сонгкран. РИА Новости (13 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2023.
  11. 1 2 Major Thai Festivals and Events (ингл.). Thai Embassy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  12. Жители Таиланда празднуют наступление Нового года по древнеиндийскому календарю. Рамблер (14 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  13. Ноп Мичухун. Фестиваль Сонгкран в Таиланде: объяснение его значения, происхождения и истории. Pattaya News (12 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  14. Универсанты встретили Сонгкран — тайский Новый год. Санкт-Петербургский государственный университет (14 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2023.
  15. Таиланд встречает Новый год. Коммерсант (11 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  16. Тайский Новый год (Сонгкран). ЭтноПетербург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  17. 1 2 Мефодий Митарян. Зачем тайцы обливаются водой во время Сонгкрана? Asia Sabai (8 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
  18. Сонгкран 2018 - руководство для иностранца. Новости Таиланда (15 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.