Стив Джобс

Стивен Пол Джобс (ингл. Steven Paul Jobs, 24 февраль 1955 йыл — 5 октябрь 2011 йыл) — Apple Computer, Inc. ойоштороусыларының береһе. Үлергә биш аҙна ҡалғансы Apple Inc.генераль директоры вазифаһын башҡара. Компьютер индустрияһы лидерҙарының береһе һанала. Next Computer һәм Pixar Studios Animation, компанияларына нигеҙ һалыусы һәм директорҙар советы рәйесе була. Яман шеш ауырыуы асыҡланғандан һуң ете йыл үткәс, 56 йәшендә вафат була.