Стрикленд Мейбл

Викидата элементы тултырылмаған

Мейбл Эделин Стрикленд (мальт. Mabel Edeline Strickland; 8 ғинуар 1899 — 29 ноябрь 1988) инглиз-мальта журналисы, гәзит хужаһы һәм сәйәси эшмәкәр.

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

Стрикленд Мальтаның 4-се премьер-министры сэр Джеральд Стриклендтың һәм Леди Эделин Саквиллдың ҡыҙы була. Уның әсәһе Кент графлығына ҡараған Кнолдән 7-се граф Де Ла Варр Реджинальд Саквилдың өлкән ҡыҙы була.[1][2] Мейбл кейәүгә сыҡмай, байлығының күп өлөшөн берҙән-бер вариҫы Роберт Хорниолд-Стриклендҡа ҡалдыра.[3]

Йәшәгән урыны

Мейбл Стрикленд ғүмеренең күп өлөшөн Лиджала Паризио виллаһында үткәрә. Быға тиклем ул атаһы лорд Стриклендтың Аттард ҡалаһындағы Вилла Болонья ғаилә йортонда йәшәй.

Карьераһы

Стрикленд атаһы һәм үгәй әсәһе Леди Стрикленд (Маргарет, Эдвард Халтондың ҡыҙы) менән бергә Мальтала гәзит сығарыуҙы ойоштора. 1935 йылда ул «Таймс оф Мальта» һәм «Иль Берк» гәзиттәренең мөхәррире була, ә һуңынан 1940 йылда атаһы депутат булғандан һуң гәзит директоры вазифаһын биләй. Икенсе донъя һуғышы осоронда Мальта ҡамауға алына, әммә Стрикленд тырышлығы арҡаһында гәзиттең һәр һаны сығарыла. 1950-се йылдарҙа ул прогрессив Конституцион партияға етәкселек итә. 1950-се йылдарҙа Мальтала төп сәйәси лидерҙарҙың береһе була. 1956—1957 йылдарҙа интеграция һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша, 1964 йылда бойондороҡһоҙлоҡҡа ҡаршы сығыш яһай. 1962 йылда Мальта парламенты депутаты итеп һайлана. Ул һәр ваҡыт ирекле һәм бойондороҡһоҙ матбуғат өсөн көрәшә һәм Мальтаның Бөйөк Британия һәм Берҙәмлек менән бәйләнештәрен һуплай. Пенсияға сыҡҡас, ул ғаиләһе исеменән Стрикленд фондына нигеҙ һала.

Вафаты

Мейбл Стрикленд 1988 йылдың 29 ноябрендә вафат була һәм Изге Павел соборында Стриклендтарҙың ғаилә кәшәнәһендә ерләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2011.
  2. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 1996.
  3. Личное воспоминание о моей тете, Times of Malta (26 November 2012). 8 май 2017 тикшерелгән. «"Она особенно гордилась своим наследием в Стрикленде и в 1975 году решила уточнить свое право наследования, выбрав меня своим наследником. Это был первый раз, когда она написала завещание с 1940 года после смерти своего отца."».