Стәрлетамаҡ (метеорит)

Стәрлетамаҡ метеориты1990 йылдың 17 майында 23:20 сәғәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 км көнбайыштараҡ «Стәрлетамаҡ» совхозы яланына төшкән, ауырлығы 300 кг булған тимер, метеорит.

Метиорит төшкән урынға беҙ журналистар төркөмө менән икенсе көнгә үк килеп еттек, — тип һөйләй «Стерлитамакский рабочий» гәзите фотокорреспонденты Сергей Крамский. — Был урында алты метрлыҡ воронка барлыҡҡа килгән. Тирә яғын килгән кешеләр тапап бөткән. Күрәһең сәсрәгән металл тамсыларын сувенирҙарға йыйғандарҙыр.

Был ваҡиғаның үҙенсәлеге шунда: быға тиклем, Стәрлетамаҡ метеориты кеүек, тарихта билдәле Сихотэ-Алин «Тимер ямғыры» ғына кратер барлыҡҡа килтергән.

Хәҙер метеорит Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Аномалия

Ғалимдар Стәрлетамаҡ метеориты төшкән кратерҙа көслө магнит аномалияһы булуын билдәләй. Рәсәй фәндәр академияһының Урал бүлексәһе геофизика институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Аркадий Овчаренко хәбәр итеүенсә, ер аҫтында тиҫтәләрсә һәм хатта йөҙҙәрсә килограмм ауырлыҡтағы бер нисә ҙур ярсыҡтар булыуы мөмкин. Уның фекеренсә, 2,5 метр тәрәнлектә массив есем булыуы мөмкин[1].[1].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар