Сухая (Быстрая ҡушылдығы)
Сухая (Ҡоро) - Рәсәйҙең Ростов өлкәһе биләмәләрендә ағыусы йылға. Быстрая йылғаһы ҡушылдығы, уның тамағынан 175 км өҫтәрәк һул яҡтан ҡоя. Йылға оҙонлоғо 35 км, уның һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 674 км², үҙ исемендәге йырынды барлыҡҡа килтергән.
Тасуирлама
Сухая йылғаһы ҡыҙыл балсыҡлы тупраҡ араһында грунт һыуҙары бик аҙ сыҡҡан ерҙәрҙә аға. Уҙенең үрге ағымында тын ғына аҡҡан сөңгөлдәрҙән тора, түбәнге ағымда тәрән ағымлы, текә ярлы, далала бороло-боролоп аға һәм Быстрая йылғаһына ҡушыла[1].
Морозов районындағы Сибирька утары янында йылға башланып китә. Бер тармағы менән Вольно-Донская станицаһына инә һәм Морозов районы Семеновка утары аша үтә, артабан А-260 автомобиль юлын киҫеп үтә һәм Быстрая йылғаһына һөҙәк кенә килеп ҡушыла[2].
Вольно-Донская станицаһы янындағы бер нисә ҡурған шулай уҡ "Сухой" тип атала. Улар Морозов районының археологик ҡомартҡыһы булып тора һәм дәүләт һаҡлауы ҡарамағында[3].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Северский Донец йылғаһы. Йылға бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө)[4].
Иҫкәрмә
- ↑ Река Быстрая 2017 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Река Быстрая
- ↑ Культурные объекты Морозовского района 2017 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Государственный водный реестр РФ: Река Сухая (балка Сухая).
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |