Сыбаркүл (күл, Башҡортостан)
Күл | |
Сыбаркүл | |
---|---|
Морфометрия | |
Үлсәме | 5,1 × 1,9 км |
Майҙаны | 10 км² |
Иң тәрән урыны | 3,5 м |
Уртаса тәрәнләк | 2 м |
Урынлашауы | |
53°22′40″ с. ш. 58°39′36″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторҙар | |
Код в ГВР: 12010000311112200000575 | |
Регистрационный номер в ГКГН: 0525841 | |
Сыбаркүл — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы биләмәһендә урынлашҡан күл. Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Йәнгел йылғаһының ҡушылдығы булған Моғаҡ йылғаһының тамағындағы күл. Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
Күл өҫтә майҙаны − 10 км²; оҙонлоғо 5,1 км; уртаса киңлеге 1,9 км; уртаса тәрәнлеге 2,0 м. Иң тәрән урыны — 3,5 м.
Һыу күләме 20,4 млн м³; һыу йыйыу майҙаны 369,0 км².
Географияһы
Тектоник сығышлы күл. Эзбизташ, балсыҡлы һәүерташ, комташ(урта, өҫкө девон) һәм арғиллит, алевролит, ҡомташ, эзбизташ(аҫҡы карбон) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән.
Соҡоро табаҡ һымаҡ. Төбө ләмле. Ярҙары һөҙәк, һаҙланған. Туйыныуы ҡатнаш. Мезотроф күл.
Күлдә упҡынлы, һаҙымат урындары бар. Күсмә ҡомдарҙан «йөҙөп йөрөгән утрауҙар» күҙәтелә.
Көнсығыш яғында дамба төҙөлгән. Көньяғында Сыбаркүл һаҙлығы урынлашҡан.
Үҫемлектәр донъяһы
Көнбайыш өлөшө һоро урман тупрагындағы ҡайын урмандарынан һәм ҡара болон тупрағындаҙы араһындағы болонло далаларҙан тора. Көнсығыш өлөшөндә ябай ҡара тупраҡтағы ҡылғанлы-төрлө үләнле далалар Һәм һөрөнтө ерҙәр китә. Яр буйҙарын екән, күрән, ҡамыш, мамыҡбаш күрән, һыу үләне ҡаплаған.
Фауна
Алабуға, ҡарабалыҡ, ҡарағанат, ҡорбан, ҡыҙылғанат, суртан, һоро өйрәк, сытырҙаҡ сөрәгәй йәшәй. Күсәр ҡоштарҙан ала ҡаҙ, көйөлдө, ышылдаҡ аҡҡош туҡтала.
Һылтанмалар
- Гәрәев Ә. М. Сыбаркүл (күл, Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сыбаркүл, һаҙлыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.