Сәйетғәлина Рәүфә Әхтәм ҡыҙы

Сәйетғәлина Рәүфә Әхтәм ҡыҙы — (1 октябрь 1941 йыл — Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылындағы 1-се урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы[1]. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996)[2][3].

Биографияһы

Рәүфә Әхтәм ҡыҙы Сәйетғәлина 1941 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ҡалмаҡол ауылында Сәйетғәлин Әхтәм менән Ғәйнинурҙың күп балалы ғаиләһендә иң кинйә бала булып донъяға килә.

Малаяҙ ауылындағы 1-се урта мәктәбендә башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары, уҡытыусы булып, 113-сө Малаяҙ урта һөнәри белем биреү училищеһында методист булып эшләй. Педагогик стажы — 50 йылға яҡын.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996)[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ