Сәйфетдинов

Сәйфетдинов — фамилия. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Сәйфетдинова варианты ҡулланыла.

  • Сәйфетдинов Эмиль Дамир улы (1989 й.т.) — Рәсәй спидвей уҙышсыһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Команда беренселегендә өс тапҡыр донъя чемпионы (2018, 2019, 2020). Үҫмерҙәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы (2007, 2008)
  • Сәйфетдинов Шаһыбал Сәхәүетдин улы (1847—1917) — мираҫ буйынса почётлы граждан, Ырымбур губернаһында йәшәгән башҡорттар исеменән икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы. Рустар уға «почетлы башҡорт гражданы» тигән исем бирә.
  • Сәйфетдинов Рифҡәт Ғилман улы (1924―1985) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
  • Сәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы (1903— ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1945).
  • Сәйфетдинов Шәйхетдин Сәйфетдин улы (1903— ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945).