Сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл (Өфө)
Өфөлә сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡаланың Совет районында Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Йәштәр һарайы артында урынлашҡан (элекке Юбилей Мәҙәниәт йорто).
Тарихы
Һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының «Өфө ҡалаһында сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡороу» ҡарарына ярашлы 1993 йылдың 2 сентябрендә ҡабул ителә, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе М. Рәхимов[1] тарафынан һәм Башҡортостандағы сәйәси репрессия ҡорбандарының Ассоциацияһының почетлы рәисе Х. Туләйев инициативаһы менән ҡул ҡуйыла[2].
Башҡортостан хөкүмәте һәйкәлдең иң яҡшы архитектура-художество төҙөлөшөнә конкурс иғлан итә[3].
Һәйкәл Ю. Солдатов (проект авторы, скульптор) һәм Л. Дубинский (архитектор) тарафынан эшләнә. Эштәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте финанслай. «Урал таштары» сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре (мәрмәр киҫәктәрен Карелияла таба) һәм «УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (бронза ҡоя) ярҙам күрһәтә.
2000 йылдың 23 декабрендә карел ташынан торған 6 метрлыҡ бейклектәге стела һәм бронзанан торған скульптура композицияһы (балаһын тотҡан әсә) асыла. Ташҡа «Сәйәси репрессия ҡорбандарының иҫтәлегенә», «Тик изге аҡыл тормошто һаҡлар …» (башҡорт һәм рус телендә) тигән яҙыуҙар һалынған.
Сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл — Өфөнөң тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы, бөтә сәйәси репрессиянан һәләк булғандарға хөрмәт һәм ҡайғы билдәһе. Сәйәси репрессиялар ҡорбандарының Хәтер көнөндә һәйкәлгә сәскәләр һалалар[4][5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Президиума ВС РБ от 02.09.93 N 6-3/144 «О СООРУЖЕНИИ В ГОРОДЕ УФЕ ПАМЯТНИКА ЖЕРТВАМ ПОЛИТИЧЕСКИХ РЕПРЕССИЙ». Правовой портал Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015.
- ↑ Памятник жертвам политических репрессий. Памятники жертвам политических репрессий на территории бывшего СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015.
- ↑ РАСПОРЯЖЕНИЕ Кабинета Министров РБ от 21.07.95 N 795-р «ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ПРОГРАММЫ И УСЛОВИЙ РЕСПУБЛИКАНСКОГО ОТКРЫТОГО КОНКУРСА НА ЛУЧШЕЕ АРХИТЕКТУРНО — ХУДОЖЕСТВЕННОЕ РЕШЕНИЕ ПАМЯТНИКА ЖЕРТВАМ ПОЛИТИЧЕСКИХ РЕПРЕССИЙ В ГОРОДЕ УФЕ». Правовой портал Башкорстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015.
- ↑ Николай Ермоленко, Рафиль Сахабутдинов. В Уфе состоялось возложение цветов к памятнику жертвам политических репрессий. Башинформ.рф (30 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015.(рус.). Башинформ.рф (2009-10-30). 26 ғинуар 2015 тикшерелгән.
- ↑ Фоторепортаж с возложения цветов к памятнику жертвам политических репрессий в сквере им.50-летия Победы. Ufacity.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015.(рус.). Ufacity.info. 26 ғинуар 2015 тикшерелгән.
- ↑ Инна Вирман. В Уфе возложили цветы к памятнику жертвам политических репрессий. Горобзор (30 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015.(рус.). Горобзор (2013-10-30). 26 ғинуар 2015 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Валитов Н. Ф. Неизвестная история города Уфы. — Уфа, 2004.
- Синенко С. Г. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с.
- Уфа: страницы истории./ Сост. М. В. Агеева. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с.
- Пулечкина О. П. Прогулки по старой Уфе: Архитектура XVI—XX вв. — Уфа, 1999.
Һылтанмалар
- Памятник жертвам политических репрессий, г. Уфа, сквер 50-летия Победы
- http://imhomir.com/blog/Ufa/10745.html 2014 йылдың 10 февраль көнөндә архивланған.