Сәхих әл-Бохари
«Сәхих әл-Бохари», әл-Бохари Сәхихе (ғәр. صحيح البخاري) — сөнниҙәрҙең алты төп хәҙистәр йыйынтығының береһе (Күтүб әс-ситтә). Хәҙистәр урта быуат ислам дине белгесе Мөхәммәт әл-Бохари тарафынан, ике быуат дауамында был хәҙистәр телдән-телгә тапшырылып килгәндән һуң, йыйылған. Сөнниҙәр өсөн "Сәхих әл-Бохари " хәҙистәрҙең иң ышаныслы өс йыйынтығының береһе булып тора[1]. Ҡайһы бер дин белгестәре «Сахих әл-Бохари» ҙы Ҡөрьәндән ҡала иң ышаныслы ислам китабы тип иҫәпләй[2]. Ғәрәп һүҙе сахих ул хаҡ, дөрөҫ тип тәржемә ителә[3].
2021 йылдың декабрендә Татарстандың Лайыш суды «Сәхих әл-Бохари»ҙы экстремистик баҫма тип таный, ә 2022 йылдың 5 июлендә Татарстандың Юғары Суды тәҡдим ителгән ҡарарҙы раҫлай һәм 29 августа ошо нигеҙҙә РФ Юстиция Министрлығы «Сахих әл-Бохари» йыйынтығын экстремистик материалдар исемлегенә индерә[4] .
Атамаһы
Хәҙистәр һаны
Ибн әс-Сәләх «Сәхих әл-Бохари»ҙа, ҡабатланғандарын да индереп, 7275 хәҙис бар, ҡабатланғандарын иҫәпкә алмағанда — 4000 хәҙис тип әйткән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Mabadi Tadabbur-i-Hadith, Amin Ahsan Islahi
- ↑ 1 2 Muqaddimah Ibn al-Salah, pg. 160-9 Dar al-Ma’aarif edition
- ↑ Meaning of sahih (недоступная ссылка — история). Islamic-Dictionary.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2010. Архивировано 14 февраль 2013 года.
- ↑ «Сахих аль-Бухари» внесен в список экстремистских книг. www.kommersant.ru (30 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2022.
- ↑ «Сахих аль-Бухари» 2016 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған. // Энциклопедия хадисов
- ↑ Hadyi al-Sari, pg. 10.