Таганрог-Пассажир станцияһы
Таганрог-Пассажир (I Таганрог) — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге тимер юл станцияһы. Ҡаланың яңы тимер юл вокзалы.
Һүрәтләнеше
Станция ҡала яны әйләнешендә, шулай уҡ алыҫҡа йөрөүсе поездарҙа пассажирҙар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Станция бинаһы алдында Вокзал яны майҙаны урынлашҡан.
Тарихы
Таганрог-Пассажир станцияһы вокзалы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә, Москатов урамында, Таганрог-II тупик станцияһына эште кәметеү өсөн 1970 йылда төҙөлә. Таганрог-Пассажир станцияһы аша Дондағы Ростовтан башлыса Ҡырым һәм Донбасс — Донецк, Горловка, Луганск, шулай уҡ үҙәк Украина, һәм Молдавия йүнәлешендә барыусы пассажирҙар һәм йөк поездары үтә. Станция көн һайын бер нисә пар алыҫҡа йөрөүсе поезд үткәрә: Мәскәү — Адлер, Мәскәү — Кисловодск, Екатеринбург — Симферополь, Дондағы Ростов — Симферополь, Дондағы Ростов — Кишинёв, Адлер — Минск, Адлер — Киев һәм башҡалар[2]. Вокзал бинаһы көньяҡ архитектура өлгөһө булып тора, ул асимметрик планда төҙөлгән. Фасадын бер яғы стенаға инеп торған дүрт ҡырлы ярым колонналар биҙәй. Көтөү залының бейек тәҙрәләре ярымтүңәрәк менән ослана. Үҙәк колонналар теҙмәһе Симферополь һәм Сочи тимер юл вокзалдарындағы архитектура ысулына оҡшаш[3]
2014 йылда Украинала сәйәси кризистың ҡырҡа киҫкенләшеүе менән бәйле, был ил менән тимер юл пассажирҙар бәйләнеше кәмегән. Ҡалған поездарҙың маршруты үҙгәртелгән. Шулай итеп, 2014 йылдан алып Таганрог-Пассажир станцияһы, Таганрогты Дондағы Ростов һәм Украина менән сиктәге Авило-Успенка ауылы (Успенская станцияһы) менән бәйләгән ҡала яны электропоездарын ғына ҡабул итә һәм оҙата,[4].
Станция буйынса ҡала яны бәйләнеше
Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар
2015 йылға ҡарата, станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар юҡ[5]. Быға тиклем станция аша Украина биләмәһе аша йөрөүсе пассажир поездары үтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
- ↑ Таганрог-Пассажирский.
- ↑ Вокзалы Таганрога и железнодорожный транспорт города. Bogudonia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2017.(урыҫ.). Bogudonia.ru. 13 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Расписание электричек по вокзалу Таганрог-1-пасс. Яндекс-расписания. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2017.(урыҫ.). Яндекс-расписания. 13 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Расписание поездов дальнего следования по станции Таганрог-Пасс
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |