Ростов-Главный

Росто́в-Гла́вный — Төньяҡ Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге, Ростов өлкәһенең административ үҙәге булған Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан үҙәк тимер юл станцияһы. Станция үҙ эсенә ике вокзалды — Төп һәм 1962 йылда асылған Ҡала яны вокзалын ала. 2009 йылда Ҡала яны вокзалы бинаһын тамырынан реконструкциялау һәм ремонтлау тамамлана[2].

Тарихы

Ростов вокзалына нигеҙ һалыныу датаһы 1876 йылдың ғинуар айы тип һанарға мөмкин. Тап шул саҡта ул, шул йылдарҙа булған өс тимер юл өсөн дөйөм вокзал була һәм беренсе поезды ҡабул итә. Ул заман өсөн был, ҡала һәм транспорт селтәре үҫеше перспективаларын иҫәпкә алып төҙөлгән, ҙур өс ҡатлы бина була.

Төньяҡ Кавказ тимер юлы илдең һәр ваҡыт иң кәрәкле булған пассажирҙар магистраленең береһе. 1930-сы йылдар аҙағында уҡ Ҡара диңгеҙ курорттарында һәм Кавказ Минераль Һыу курорттарында йөҙәр мең кеше ял итә. Әлбиттә, ошоға бәйле, пассажирҙар һаны ҡырҡа арта. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы бөтә пландарҙы юҡҡа сығара. 1941 йылдың көҙөндә фашист авиацияһының ҡаты һөжүменән һуң Ростов вокзалы емерелә.

Бина бер нисә тапҡыр реконструкциялауға һәм тергеҙеүгә дусар була. Беренсе «ҙур» Ростов вокзалы йөҙ йылдан ашыу тора. XX быуаттың 70-се йылдары аҙағында вокзал бинаһын, бейек ҡунаҡханаһы булған яңы вокзал төҙөргә урын азат итер өсөн, тулыһынса һүтәләр.

Хәҙерге торошо

2004 йылда вокзалды һуңғы реконструкциялау тамамлана. Көтөү залында 600 ултыра торған урын һыйған, беренсе перронда эскәмйәләр ҡуйылған һәм сәскә түтәлдәре эшләнгән. Вокзал яны майҙанында сәскәләр ултыртылған.

2006 йылда Ростов вокзалы аша 1,5 миллиондан ашыу пассажир оҙатылған. Юл йөрөү документтары һатыуҙан килем 606,5 миллион һум самаһы тәшкил итә. 2006 йылдан алыҫҡа йөрөүсе бер нисә поезд, Ростов — Главный станцияһына эште еңеләйтеү өсөн, ҡаланың көнбайыш өлөшөндәге Ростов-Первомайский станцияһына күсерелә. Ростов-Первомайск — 100 пассажир һыйҙырышлы яңы асылған вокзал[3].

2013 йылда йәйге миҙгелдә, Ростов-Главный станцияһы аша, яңы ике системалы ЭП20 электровоздары менән 101/102, 103/104 һәм 19/20 тиҙ йөрөшлө поездарының даими рейстары башланды. Шул уҡ ваҡытта, электровоздар Мәскәүҙән Адлерға һәм Мәскәүҙән Ростовҡа тиклем һәм кирегә алмашынмай бара.

Станция буйынса ҡала яны хәрәкәте

2015 йылдың авгусына ҡарата станция буйынса түбәндәге ҡала яны поездары йөрөй:

Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар

2016 йылдың декабренә ҡарата станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе түбәндәге поездар бар:

Йыл әйләнәһенә поездар

Миҙгелле поезд хәрәкәте

Галерея

Вокзал адресы

  • 344001, Рәсәй, Ростов өлкәһе, Дондағы Ростов ҡалаһы, Вокзал яны майҙаны, 1/2
  • Белешмә: +7 (863) 267-02-10; +7 (863) 238-36-00 +7 (800) 775-00-00

Иҫкәрмәләр

  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
  2. Южный Регион: В Ростове завершена реконструкция пригородного вокзала
  3. Спектр-инфо — портал юга России 2011 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.